Малайзия
көньяҡ-көнсығыш Азиялағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мала́йзия (мал. Malaysia) — көньяҡ-көнсығыш Азиялағы дәүләт, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе менән бүленгән ике өлөштән тора.
- Көнбайыш Малайзия (ғәҙәттәге атамаһы — Малайя) Малакка ярымутаруы һәм эргәһендәге утрауҙарҙы биләй, төньяҡта Таиланд менән сикләшә, шулай уҡ Сингапур һәм Индонезия менән диңгеҙҙә уртаҡ сиктәре бар
- Көнсығыш Малайзия (ғәҙәттәге атамаһы — Сабах һәм Саравак)[1][2] Калимантан утрауының төньяҡ өлөшөн биләй, Бруней һәм Индонезия менән сиктәш[3][4], шулай уҡ Филиппин менән күрше.