Нидерланд
Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Нидерла́нд Короллеге (Нидерла́нд, шулай уҡ Голландия; нидерл. Koninkrijk der Nederlanden) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Башлығы — король (королева). Дәүләт, Көнбайыш Европала төп территориянан һәм Кариб диңгеҙендә Бонайре, Синт-Эстатиус һәм Саба утрауҙарынан тора. Көнбайыш Европала территория Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла (яр буйы һыҙығы оҙонлоғо — 451 км) һәм Германия (577 км) һәм Бельгия (450 км) менән сиктәш. Айырым статусҡа эйә булған Аруба, Кюрасао һәм Синт-Мартен утрауҙары менән бергә Нидерланд Нидерла́нд Короллеген барлыҡҡа килтерә (нидерл. Koninkrijk der Nederlanden).
| |||||
Милли девиз: «Je Maintiendrai (нидерл. Ik zal handhaven)» | |||||
«» | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 11 ноябрь 1918 | ||||
Рәсми телдәр | Нидерланд теле | ||||
Баш ҡала | Амстердам | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Амстердам, Гаага, Роттердам, Утрехт | ||||
Идара итеү формаһы | Конституция монархияһы | ||||
Король Королева Премьер-министр | Виллем-Александр Максима Марк Рутте | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 69 урын 41 526 км² 18,41 | ||||
Халыҡ • Барыһы • Тығыҙлыҡ | 33 урын 38 138 000 кеше 395 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2008) • Кеше башына | 18 урын 450,578 млрд $ 14 893 $ | ||||
Валюта | Евро | ||||
Телефон коды | +48 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
Дәүләт флагы — өс төҫлө (горизонталь буйынса ҡыҙыл, аҡ, күк). Гербы — алтын таж менән осланған зәңгәр төҫлө ҡалҡан, уны ике яғынан ике геральдик арыҫлан тотоп тора. Ҡалҡанда — аяғында ҡылыс булған ҡабарынған арыҫлан; ҡалҡан аҫтында — король девизы: Je maintiendrai («Мин ҡаршы торам»)[1]. Гимн — «Вилхелмус» («Песнь о Вильгельме»). Милли байрамы — 27 апрель (Король көнө).
Нидерланд Конституцияһына ярашлы, дәүләттең рәсми баш ҡалаһы Амстердам. Был ҡалала монарх Конституцияға тоғролоҡҡа ант итә. Шуның өҫтәүенә, фактик баш ҡала булып Гаага тора, унда король резиденцияһы, парламент һәм хөкүмәт, шулай уҡ сит илдәрҙең күп һанлы илселектәре урынлашҡан. Башҡа мөһим ҡалалары: Роттердам — илдең иң ҙур порты һәм донъялағы иң эре порттарының береһе, Утрехт — илдең тимер юлы системаһы үҙәге һәм Эйндховен — электроника һәм юғары технологиялар үҙәге. Гаага, Амстердам, Утрехт һәм Роттердам Рандстад ҡалаһының агломерацияһын булдыра, унды яҡынса 7,5 миллион кеше йәшәй. Территорияһы майҙаны Европа өлөшөндә — 41 543 км² (ҡоро ер — 33 888 км², һыу — 7650 км²), халҡы — 17582208 кеше (2021 йылдың 15 ноябренә ҡарата).[2] Кариб диңгеҙендә майҙан территорияһы — 978,91 км² (Бонайре, Синт-Эстатиус һәм Саба — 322 км², Аруба — 178,91 км², Кюрасао — 444 км², Синт-Мартен — 34 км²), халҡы — 313968 кеше (Бонайре, Синт-Эстатиус һәм Саба — 18 012 кеше, Аруба — 103 889 кеше, Кюрасао — 154 843 кеше, Синт-Мартен — 37 224 кеше).
Нидерланд — БМО, НАТО, Европа Советы, Европа берлеге, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОЭСР) ағзаһы. Шенген зонаһы һәм Бенилюкс өлөшө.
Рәсми тел — нидерланд теле[3].