Словения
From Wikipedia, the free encyclopedia
Словения (слов. Slovenija), рәсми исеме — Словения республикаһы (слов. Republika Slovenija) — Үҙәк Европалағы ил. 2004 йылдан Европа Берлеге ағзаһы. Көнбайышта Италия һәм Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Хорватия, көнсығышта Венгрия һәм төньяҡта Австрия дәүләттәре менән сиктәш. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) ағзаһы. Территорияһы — 20 236 км², халыҡ һаны — 2 089 310 кеше (июль 2019 йыл)[3]. Халыҡ һаны буйынса донъяла 144-се һәм территория буйынса 15-се урынды биләй.
| |||||
Гимн: «Zdravljica» | |||||
Словенияның урынлашыуы (йәп-йәшел): — Европала (асыҡ йәшел һәм ҡара-көлһыу) — Европа Берлегендә (асыҡ йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 25 июнь 1991 йылда ҡабул ителгән ( Югославия) | ||||
Рәсми тел | словен | ||||
Баш ҡала | Любляна | ||||
Эре ҡалалар | Любляна, Марибор, Целе, Крань, Веленье | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Наташа Пирц-Мусар Янез Янша | ||||
Дәүләт дине | Католицизм | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 150 20 253 км² 0,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲2 055 496 чел. (145) 101 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
58,979 млрд.[1] долл. 29 179[1] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
52,430 млрд.[1] долл. 25 939[1] долл. | ||||
Валюта | Евро [2] | ||||
Интернет-домен | .si | ||||
Код ISO | SI | ||||
МОК коды | SLO | ||||
Телефон коды | +386 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 |
Баш ҡалаһы — Любляна. Дәүләт теле — словен теле.
Унитар, парламент республикаһы. 2020 йылдың мартында премьер-министр вазифаһын Янез Янша биләй[4].
Административ бүленеш: 210 община, шул иҫәптән 11 ҡала.
Балҡан ярымутрауының Альп алды өлөшөндә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыштан Адриатик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла. Көнбайышта Италия, төньяҡта — Австрия, төньяҡ-көнсығышта — Венгрия, көнсығышта һәм көньяҡта Хорватия менән сиктәш.
Йылдам үҫешеүсән иҡтисадлы индустриаль ил. Тулайым эске продукт күләме 2011 йылда 58,979 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына яҡынса 29 179 АҠШ доллары тура килә). Аҡса берәмеге - евро.
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1991 йылдың 25 июнендә иғлан ителә. 2004 йылдың 29 мартында Словения НАТО-ға ҡушыла, 2004 йылдың 1 майында Европа берлегенә инә.