Шымкент
Ҡаҙағстан ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Шымке́нт ( 1992 йылдың 8 сентябренә тиклем Чимкент[5]; ҡаҙ. Шымкент (мәғл.)) — Ҡаҙағстандың көньяғындағы ҡала, республика әһәмиәтендәге статусҡа эйә[6]. «Ҡаҙағстан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында» законы нигеҙендә, халыҡ һаны 1 миллиондан ашыу өс ҡала айырым дәүләт әһәмиәтенә эйә булып тора. Былар: Алматы, Астана һәм Шымкент,уларҙың статусы өлкәгә тиң. Шымкент айырым административн-территориаль берәмек, (республиканың 17-се регионы[7]), үҙен уратып алған өлкә составына инмәй [8]
Шымкент | |
ҡаҙ. Шымкент | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Чимкент, Чымкент һәм Черняев |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ үҙәге | Төркөстан өлкәһе һәм Чимкентский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡаҙағстан |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 һәм Азия/Алма-Ата[d][1] |
Хөкүмәт башлығы | Нурлан Ермекович Сауранбаев[d] |
Халыҡ һаны |
1 184 113 кеше (1 октябрь 2022)[2], 1 191 877 кеше (1 ғинуар 2023) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 506 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Стивенидж[d], Хужанд, Адана, Джиддә, Байинь[d][3], Гроссето[d], Измир[4], Паттайя[d], Могилёв һәм Иҫкешәһәр |
Милке | Стадион им. Хаджимукана Мунайтпасова[d] |
Майҙан | 347 км² |
Почта индексы | 160000 |
Рәсми сайт | shymkent.gov.kz |
Номер тамғаһы коды | X / Y / 17 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Шымкенте[d] |
Шымкент Викимилектә |
Шымкент — халыҡ һаны буйынса илдә өсөнсө[9] һәм биләгән майҙандары буйынса беренсе урында тора [10], иң эре сәнәғәт, сауҙа һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе; халыҡ һаны буйынса икенсе урында торған Шымкент агломерацияһы.
2018 йылдың 19 июненә тиклем[11] — Көньяҡ-Ҡаҙағстан (хәҙерге Төркөстан өлкәһе) өлкәһенең административ үҙәге булған.