Электрон
кире зарядлы тотороҡло элементар киҫәксә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Электро́н (бор. грек. ἤλεκτρον — гәрәбә[6]) — кире зарядлы тотороҡло элементар киҫәксә. Фундаменталь киҫәксә һәм матдәнең төп структур берәмектәренең береһе булып һанала. Фермион (½ спинлы) һәм лептон булараҡ классификациялана. Зарядланған лептондарҙың билдәле булғандарының (уның антикиҫәксәһе — позитрон менән бергә) берҙән-бер тотороҡлоһо. Электрондар атомдарҙың тышлығын хасил итә, ә атомдарҙың төҙөлөшө матдәнең оптик, электр, магнит, механик, химик үҙенсәлектәренең күпселеген билдәләй[7]. Электрондар хәрәкәте бик күп үткәргестәрҙә (атап әйткәндә, металдарҙа) электр ағышын тәьмин итә. Рациональ берәмектәр системаһында электрон тулҡынының комптон оҙонлоғо — оҙонлоҡ берәмеге, ә электрондың массаһы масса берәмеге булып тора.
Ҡыҫҡа факттар Масса, Кем хөрмәтенә аталған ...
Электрон | |
Масса | 0,000548579909 ± 1,6E−14 массаның атом берәмеге[1][2] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | гәрәбә |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | мюон[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Томсон, Джозеф Джон[d] |
Асыу датаһы | 1897 |
Табылыу урыны | Cavendish Laboratory Of Experimental Physics[d] |
Электрический заряд | −1 элементарный электрический заряд |
Чётность | 1 |
Множитель Ланде | −2,002319304363 ± 3,5E−13[3] |
Спиновое квантовое число | 0,5 |
Магнитный момент | 1,001159652181 ± 1,1E−15 магнетон Бора[4] |
Антикиҫәксә | позитрон[d] |
Суперсимметричный партнёр | сэлектрон[d] |
Фундаменталь тәьҫир итешеүҙәр | көсһөҙ үҙ-ара тәьҫир итешеү, электромагнит тәьҫир итешеүе һәм гравитация |
Номер частицы по схеме Монте-Карло | 11[5] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Дырка[d] |
Электрон Викимилектә |
Ябырға