Этика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Э́тика (грек. ἠθικόν, от бор. грек. ἦθος — этос, «холоҡ, йола») — философия фәне, уның тикшереү темаһы — әхлаҡ һәм мораль [1].
Башта этос һүҙенең асылы бергә йәшәү һәм бергә йәшәү осоронда булдырылған, йәмғиәтте берләштереүсе, индивидуализм һәм дошманлыҡты еңеүгә килтереүсе ҡағиҙәләр була. Йәмғиәт үҫә бара быға намыҫ, изгелек һәм яуызлыҡ, шәфҡәтлелек, дуҫлыҡ, тормош мәғәнәһе , үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм башҡалар өҫтәлә[2]. Этика төшөнсәләре — шәфҡәфтлелек, ғәҙеллек, дуҫлыҡ, теләктәшлек һәм башҡалар, социаль институттарҙың һәм мөнәсәбәттәрҙең үҫеш йүнәлешен билдәләйҙәр[1].
Фәндә этика тип белем өлкәһен , мораль йәки әхлаҡ тип ул өйрәнгән өлкәне атайҙар. Көндәлек ҡулланышта уны әлегә айырмайҙар[1]. «Этика» термины ҡай ваҡытта билдәле бер социаль төркөмдөң мораль һәм әхлаҡ ҡағиҙәләре системаларын билдәләү өсөн ҡулланыла.