Ҡырғыҙстан гимны
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт гимны (ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик Гимни) — флаг һәм герб менән бер рәттән Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символдарының береһе булып тора. Гимн Ҡырғыҙ Республикаһы Юғары советының 1141-XII һанлы ҡарары менән 1992 йылдың 18 декабрендә раҫлана. Тәүҙә гимн өс куплеттан һәм ҡушымтанан тора, әммә Ҡырғыҙ Республикаһы Жогорку Кенешенең 2012 йылдың 27 декабрендәге 2648-V һанлы ҡарары менән икенсе куплет алып ташлана[1].
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Әҫәрҙең теле ...
Ҡырғыҙстан гимны | |
Дәүләт | Ҡырғыҙстан |
---|---|
Әҫәрҙең теле | Ҡырғыҙ теле |
Композитор | Давлесов, Насыр Давлесович[d] |
Тональность | ля мажор[d] |
Ҡырғыҙстан гимны Викимилектә |
Ябырға
Гимндың һүҙҙәрен шағирҙар Жәлил Садыҡов һәм Шабданбек Кулуев яҙа, көйөн композиторҙар Насир Дәүләсов һәм Калый Молдобасанов ижад итә.