Австрия Парламенты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Австрия Парламенты (нем. Österreichisches Parlament) — Австрия Республикаһының 245 депутаттан торған закондар сығарыусы органы. Ике палатанан — Федераль советтан (нем. Bundesrat, Бу́ндесрат) һәм Милли советтан (нем. Nationalrat, На́циональрат) — тора.
Парламент Австрии Österreichisches Parlament | |
Тип | |
---|---|
Тип |
двухпалатный парламент |
Палаталар |
Федеральный совет (Австрия) |
Етәкселек | |
Президент Федерального совета |
en: Gregor Hammerl, Австрийская народная партия |
Президент Национального совета |
Бурес, Дорис, Социал-демократическая партия Австрии |
Структура | |
Ағзалар |
245
|
Федеральный совет Фракциялар |
4 партии
|
Национальный совет Фракциялар |
6 партий
|
Ултырыштар залы | |
Сайт | |
Милли совет йәки Национальрат, асыҡ исемлектәр буйынса нисбәттәр системаһы буйынса һайланған 183 депутаттан тора. Милли советҡа үтеү өсөн процент тупһаһы — 4 процент. Түбәнге палатаның вәкәләтлек мөҙҙәте — 5 йыл. Милли совет «түбәнге палата» булһа ла, Парламентта өҫтөнөрәк тора, шунлыҡтан Парламент һәм Милли совет Австрия сәйәсәтендә һәм матбуғатында синоним һанала.
Федераль совет йәки Бундесрат ағзаларының һаны алмашынып тора, әлеге мәлдә уларҙың һаны — 62.[1] Депутаттар Австрияның федераль ерҙәре парламенттары — ландтагтар (нем. Landtag) тарафынан һайлана. Ерҙәрҙән вәкиллек иткән депутаттар һаны, уларҙа йәшәгән халыҡтың һанына бәйле, төрлөсә (3-тән 12-гә тиклем). Юғары палатаның вәкәләтлек мөҙҙәте — 4 йәки 6 йыл, ул депутатты һайлаған ландтагтың вәкәләтлек мөҙҙәтенә бәйле. Күп мәсьәләләр буйынса тик Федераль совет ҡына хәл иткес вето хоҡуғына эйә, ләкин уны Милли совет еңеп сыға ала. Әммә Федераль совет федераль ерҙәрҙең һәм Федераль советтың үҙенең вәкәләттәрен үҙгәртеүгә ҡағылышлы закон проекттарына абсоют вето һалыу хоҡуғына эйә.
Федераль йыйылыш (нем. Bundesversammlung), Федераль конституцион законға ярашлы, закондар сығарыусы орган түгел, Федераль совет менән Милли советтың (Парламент палаталарының) берлектәге ултырышы ғына шулай тип атала. Федераль йыйылыш һирәк йыйыла, мәҫәлән, Федераль Президенттың инаугурацияһына йәки уға импичмент иғлан итеү өсөн саҡырыла ала.
Парламенттың ике палатаһы һәм Федераль йыйылыш Веналағы Рингштрассе урамында урынлашҡан Парламент бинаһында саҡырыла һәм ултырыштарын үткәрә.