Албанияла туризм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәҙерге көндә Албанияла туризм көсһөҙ әле, шулай ҙа етеҙ темп менән үҫешә. Албанияның Милли статистика институты докладына ярашлы, 2009 йылда илдә 5888 номерлы һәм 11 932 урынлы 369 отель булған. 2009 йылда Албанияға 1,5 миллионға яҡын сит ил турисы килгән, шуларҙың яҡынса 236 меңе ҡунаҡханаларҙа туҡтаған һәм уларҙа 540 мең кеше төн уҙғарған[1].
Албания туристарҙы Боронғо Греция һәм Рим, шулай уҡ Ғосман империяһы осороноң бай археологик мираҫы, һалҡын һуғыш заманы артефакттары, бик таҙа пляждары, тау һуҡмаҡтары, традицион албан кухняһы ризыҡтары һәм үҙенсәлекле ауыл ере атмосфераһы менән үҙенә тарта. 2013 йылда Америка Huffington Post онлайн-баҫмаһы Албанияны[2] барып күрерлек 10 сәбәпте миҫалға килтерә. 2011 йылдың авгусында албан сығышлы америка актрисаһы Элайза Душку, атаһының тыуған иле тураһында «Ҡәҙерле Албания» (ингл. Dear Albania)[3][4][5][6] тип аталған фильм төшөрөр өсөн, Албанияға килә. Албанияға «Урта диңгеҙҙең яңы мөхәббәте» тигән титул тағылған һәм йыш ҡына ҡулланыла, ә бөгөнгә көндә уны «Европаның һуңғы сере»[7] тип атайҙар.
Сит ил туристарының төп өлөшө Албанияға Косовонан, Македониянан, Черногориянан, Грециянан һәм Италиянан[8], шулай уҡ Польшанан һәм Чехиянан, тағы ла Көнбайыш Европа илдәренән — Германиянан, Бельгиянан, Нидерландынан, Франциянан, Скандинавия илдәренән һ.б. илдәрҙән[9] туристар килә. Албанияға тәүге тапҡыр барыр алдынан туристарға, онлайн йәки матбуғат баҫмалары һәм туристик Интернет-форумдарҙа аныҡ һорауҙар биреп, маршрут хаҡында белешмә алырға һәм урындағы туроператорға турҙа ҡатнашыу маҡсатын әйтеп, заказ бирергә тигән тәҡдимдәр бирелә. Бэкпекерҙар Албанияла ятаҡтарҙа, ауылдарҙағы кемпингтарҙа йә яр буйына урынлашыуҙы хуп күрә. Ойошҡан турист төркөмдәре, ҡағиҙә булараҡ, күп һанлы археологик һәйкәлдәрҙе һәм тарихи ҡалаларҙы барып күрә. Рафтинг-турҙар, велосипед турҙары, шулай уҡ ауыл ерендәге юлһыҙ урындарҙан сәйәхәт итеү һорау менән файҙаланыла. Һуңғы осорҙа Тиранала һ.б. ҡалаларҙа автомобиль прокаты буйынса агентлыҡтар, турбюро һәм туристик мәғлүмәт үҙәктәре асыла. Албанияла медицина туризмы популяр була бара, иң тәүҙә — стоматология туризмы, сөнки албан теш табиптары Көнбайыш Европа стоматологтарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ хаҡтар тәҡдим итә.
Әммә илдә туризм үҫешен күп кенә факторҙар: юлдарҙың, коммуналь хужалыҡтың түбән сифатлы булыуы, санкцияланмаған сүплектәр, законһыҙ төҙөлөштәр һәм браконьерлыҡ, ер участкаларына милек хоҡуғының тәртипкә һалынмауы тотҡарлай. Шуға ҡарамаҫтан, Европа Союзы фонды ярҙамы менән илдә юлдарҙы, йәмәғәт туҡланыу предприятиеларын, таҙартыу ҡоролмаларын ҡутарып яңынан төҙөү (реконструкция) һәм баштан башлап төҙөү йәйелдерелгән. Албания хосуси секторы һәм сит ил инвесторҙары күсемһеҙ милек төҙөүгә һәм тарихи урындарҙы тергеҙеүгә (реконструкция) байтаҡ аҡса индерә, шулай уҡ курорттар һәм порттар төҙөү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә.