Черногория
From Wikipedia, the free encyclopedia
Черногория, Монтенегро йәки Ҡаратау (чер. Црна Гора) — Көньяҡ-Көнсығыш Европалағы дәүләт, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Халҡы серб телендә аралаша.
| |||||
Гимн: «Ој свијетла мајска зоро» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 21 май 2006 ( Сербия һәм Черногория дәүләт союзынан) | ||||
Рәсми тел | черногор' | ||||
Баш ҡала | Цетине (баш ҡала), Подгорица (төп ҡала) | ||||
Эре ҡалалар | Подгорица, Никшич, Плевля, Биело-Поле, Херцег-Нови, Беране, Цетине, Будва | ||||
Идара итеү төрө | Республика | ||||
Президент
Премьер-министр | |||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 155 13 812 км² 1,50% | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲626 000 чел. (167) 50 чел./км² | ||||
Валюта | Евро (EUR, код 978) Де-факто; формально страна не входит в зону евро | ||||
Интернет-домены | .yu, .cs, .me Ысынбарлыҡта дөйөм югослав домене .yu ҡулланыла; Сербия һәм Черногория өсөн .cs домены булдырыла, әммә ул ҡулланышта юҡ; яңы милли .me домены 2008 йылдың 17 июлендә 15:00 UTC теркәлә. | ||||
Код ISO | ME | ||||
МОК коды | MNE | ||||
Телефон коды | +382 Введён с 23 июня 2007 года. До этого был +381, общий с Сербией | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
Көньяҡ-көнбайышын Адриатик диңгеҙ йыуа, көнбайышта Хорватия, Босния һәм Герцеговина — төньяҡ-көнбайышта, Сербия — төньяҡ-көнсығышта, Косово Республикаһы[1] һәм Албания (көньяҡ-көнсығыш) менән сиктәш. 2006 йылдың 3 июнендә үҙаллылыҡ иғлан итеүгә тиклем был ил конфедератив Сербия һәм Черногория Дәүләт Союзында була һәм уның 13,5 % территорияһын тәшкил итә. 2010 йылдан Европа берлеге ағзалығына кандидат[2] булараҡ илгә рәсми статус бирелә. 2017 йылдан алып НАТО ағзаһы[3] . Еврозонаға инмәһә лә, илдә евро ҡулланыла. Баш ҡалаларҙың береһе һәм иң ҙур ҡала булып Подгорица һанала. Тарихи һәм мәҙәни баш ҡалаһы — Цетине.