Антарктика ярымутрауы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Антарктика ярымутрауы (ингл. Antarctic Peninsula) — континенталь Антарктиданың эре ярымутрауы. Төньяҡҡа табан уның көньяҡ сигенән 1300 километрға яҡын һуҙылған (Уэдделл диңгеҙендә Адамс мороно араһындағы фараз ителгән һыҙыҡтан һәм Беллингсгаузен диңгеҙендә Эклунд утрауҙарынан көньяҡҡа нөктә менән (~74° көньяҡ киңлектән).
Антарктика ярымутрауы | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 522 000[1] км² |
Иң бейек нөктәһе | 3184 м |
Урынлашыуы | |
69°30′ ю. ш. 65°00′ з. д.HGЯO | |
Антарктика ярымутрауы Викимилектә |
Төньяҡ ярымутрауҙың иң бөйөк нөктәһе —Пайм-Хед мороно (63°13′ ю. ш. 57°17′ з. д.HGЯO)[2]. Ул материктың иң төньяҡ нөктәһе булып тора. Ярымутрауҙың төньяҡ өлөшө (параллелдең 68 алып 63 тиклем) —Греам ере, көньяҡ өлөшө (74 алып 68 тиклем) Палмер тип атала. Греамдың яҡынса 130 саҡрым оҙонлоғондағы төньяҡ өлөшө үҙ сиратында, Тринити ярымутрауы тип атала.
Хәҙерге исемен ярымутрау 1961 йылда ала. Быға тиклем ул донъяның төрлө илдәре картографияһында төрлө исемдәр аҫтында була, атап әйткәндә, Америка карталарында ул - «Палмер ярымутрауы», совет һәм Британия карталарында - «Грейам ере», Аргентина карталарында «Сан-Мартин Ере» тип билдәләнә[3]. Чилиҙа ярымутрау рәсми рәүештә «О ' Хиггинс ере» тип атала.
Ярымутрауҙан 1000 километр төньяҡҡа ҡарай Дрейк боғаҙы аша Утлы Ер архипелагы урынлашҡан[4].
Ярыутрауҙағы боҙ яйлаһының бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1500—2000 метрға етә. Ярымутрауҙа һәм уның эргәһендәге утрауҙарҙа бик күп ғилми-тикшеренеү станциялары урынлашҡан[3].