Утлы Ер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Утлы Ер (исп. Tierra del Fuego [ˈtjera ðel ˈfweɣo]? ) — Көньяҡ Американың иң көньяҡ өлөшөндәге архипелаг, уның составына яҡынса 40 мең утрау керә. Архипелагтың дөйөм майҙаны — 73 753 км² (шул иҫәптән архипелагтың иң ҙур утрауы Утлы Ер (Исла-Гранде) майҙаны — 47 992 км²).
Ҡыҫҡа факттар Утлы Ер, Характеристикалар ...
Утлы Ер | |
---|---|
исп. Tierra del Fuego | |
Характеристикалар | |
Утрауҙар һаны | яҡынса 40 мең |
Иң эре уртау | Утлы Ер |
Майҙаны | 73 753 км² |
Иң бейек нөктәһе | 2488 м |
Халҡы | 251 000 чел. (2006) |
Халыҡ тығыҙлығы | 3,4 кеше/км² |
Урынлашыуы | |
54° ю. ш. 70° з. д._type:landmark HGЯO | |
Йыуыусы акватория | Атлантик океан, Тымыҡ океан |
Утлы Ер Викимилектә |
Ябырға
Архипелаг утрауҙарының күп өлөшө Чилиныҡы һәм Магальянес өлкәһенә керә. Архипелагтың иң ҙур утрауы — Утлы Ер (Исла-Гранде) Чили һәм Аргентина араһында бүленгән. Аргентинаға шулай уҡ архипелагтың иң көнсығыш утрауы Эстадос ҡарай.