Испан теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Испания йәки кастилия теле (исп. el español, el castellano) — плюрицентрик ибер-роман теле, урта быуаттарҙа Кастилия короллегендә барлыҡҡа килгән. Ул хәҙерге Бургос биләмәһен, Ла-Рисха һәм Кантабрия автономиялы өлкәләрен үҙ эсенә ала. Бөйөк географик асыштар осоронда донъяның башҡа төбәктәрендә лә, тәү сиратта Көньяҡ һәм Урта Америкала киң таралған. Һинд-европа телдәре ғаиләһенә (роман төркөмө, ибер-роман төркөмсәһе) инә. Яҙмаһы латин алфавиты нигеҙендә. Донъяла 470 миллион кеше һөйләшә[1], таралышы буйынса икенсе урында торған туған тел (ҡытай теленән һуң) һәм иң күп таралған роман теле. Төрлө баһалауҙар буйынса, донъяла испан телендә бөтәһе 548 миллион кеше һөйләшә. Шул иҫәпкә индерелгән 20 миллион кеше — испан телен үҙенең икенсе теле тип һанаусылар һәм сит тел булараҡ өйрәнеүселәр. Халыҡ һаны буйынса донъяла иң ҙур испан телле ил — Мексика (120 миллиондан ашыу кеше), территорияһы буйынса — Аргентина. Әлеге ваҡытта Америка суперконтинентында испан телендә һөйләшеүселәрҙең 9/10-ы йәшәй.
Испан теле | |
| |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
español |
---|---|
Илдәр |
Испания, Андорра, Латинская Америкаһы илдәре, Үҙәк Америка илдәре, Кариб бассейны илдәре, Төньяҡ Америка өлөшләтә |
Рәсми статусы |
Испания |
Идара итеүсе ойошма |
Испан теле академияһы ассоциацияһы |
Был телдә һөйләшеүселәр |
450 млн. чел. (2020) |
Классификация | |
Категория |
Языки Евразии |
Индоевропейская семья
| |
Әлифба |
латиница (Испанский алфавит) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
исп 230 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |