Америка
ҡитға / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аме́рика — Төньяҡ Америка һәм Көньяҡ Америка ҡитғаларын һәм уларға яҡын ятҡан утрауҙарҙы (шул иҫәптән Гренландияны) берләштереүсе донъя киҫәге[3].
Ҡыҫҡа факттар Америка, Территория ...
Америка | |
---|---|
Территория | 42,549,000 км2 км² |
Халҡы | 953.7 млн. (июль 2013) [1] кеше |
Этнохороним | Американдар[2]; км² |
35 | дәүләтте керетеп |
Бойөндороҡло дәүләттәр | 23 |
Телдәр | испан, инглиз, португал, француз, кечуа, гаити креол, гуарани, аймара, юта-ацтек, нидерланд һ. б. |
Сәғәт бүлкәте | UTC-10 на UTC |
Americas Викимилектә |
Ябырға
Был донъя киҫәген шулай уҡ «Яңы Донъя» (рус. «Новый Свет») тип атайҙар[4]. Америка атамаһы итальян сәйәхәтсеһе Америго Веспуччи исеменән алынған.
Ғәҙәттә был донъя киҫәген Төньяҡ Америкаға (Төньяҡ Америка ҡитғаһы илдәре һәм уға яҡын утрауҙары), Латин Америкаһына (испан, португал һәм француз телле дәүләттәр), Көньяҡ Америкаға (Көньяҡ Америка ҡитғаһы илдәре һәм уға яҡын утрауҙары), Үҙәк Америкаға (Үҙәк Америка илдәре) һәм Кариб бассейнына (Кариб диңгеҙе бассейнында урынлашҡан дәүләттәр һәм колониялар)[5].