Башҡорт аш-һыуы
башҡортостандың мили аштары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт аш-һыуы — башҡорттарҙың традицион аш-һыуы. Халыҡтың йәшәү рәүеше башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, йолаларын һәм аш-һыуын формалаштырған: ауылдарҙа ҡышлау һәм йәйләүҙәрҙә күсмә тормош алып барыу рационды һәм аш-һыу әҙерләүҙе төрлөләндереү мөмкинлеге биргән.
Башҡорт ашамлыҡтары классик тәмләткестәрҙе аҙ һанда ҡулланыу менән айырыла: тик ҡара һәм ҡыҙыл борос ҡулланыла. Башҡорт ашамлыҡтарының үҙенсәлеге булып эҫе ашамлыҡтарҙа ла, закускаларҙа ла итте күп файҙаланыу тора. Башҡорттарҙың ат колбасаһын «ҡаҙы-ҡарта ҡаҙыһын» һәм ат майын яратыуы айырым иғтибарға лайыҡ: башҡорттар ат итен, ҡалын май киҫәктәре һәм, майлы аш тәьҫирен нейтралләштергән әсе ҡорот (әсетелгән һөт продукты) һалынған һурпа ҡушып, ашарға ярата.
Күсмә тормош рәүеше оҙаҡ һаҡларға яраҡлы аҙыҡтарҙың киң рәтен формалаштырыуға килтергән. Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы ите, ҡуй ите, һөт продукттары, киптерелгән еләк, киптерелгән бөртөклөләр, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта ҡаҙы (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит) (вяленое мясо) ла, шулай уҡ ҡаҡ, ҡымыҙ, сейәле hары май (вишня в топленом масле), муйыл майы (черемуховое масло), ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — был ашамлыҡтарҙың бөтөнөһө лә йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм уларҙы юлға алыуы уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.
Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмастың төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт продуктылары бирелә — һирәк табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.
Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, өйрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.