Босния һәм Герцеговина
From Wikipedia, the free encyclopedia
Босния һәм Герцеговина — Европалағы дәүләт. Халҡы — 3 511 372 кеше (30 июнь 2016)[6]. Майҙаны — 51,2 мең км². Төньяҡта, көнбайышта һәм көньяҡта — Хорватия, көнсығышта — Сербия, көньяҡ-көнсығышта Черногория менән сиктәш. Көньяҡ-көнбайышта Адриатик диңгеҙгә сығыу урыны бар (яр буйы һыҙаты яҡынса 20 км). Дәүләт телдәре: босний, серб һәм хорват. Баш ҡалаһы — Сараево ҡалаһы.
| |||||
Гимн: «Интермецо» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 5 апрель 1992 ( Югославиянан) | ||||
Рәсми телдәр | серб-хорват теленең босния диалекты[1], хорват, серб | ||||
Баш ҡала | Сараево | ||||
Эре ҡалалар | Сараево, Баня-Лука, Тузла, Мостар, Зеница | ||||
Верховный представитель Члены Президиума[i 1] Председатель Совета министров Председатель Конст. Суда | Валентин Инцко Младен Иванић Бакир Изетбегович Драган Човић Денис Звиздић Валерия Галич | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 128 51 197 км² 10 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Перепись (1991) • Халыҡ тығыҙлығы | ▼ 3 839 737[2] чел. (120) 4 377 033[3] чел. 90 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2009) • Бер кешегә |
32,59 млрд[4] долл. (105) 7,064 долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲0,735[5] (высокий) (81 урын) | ||||
Этнохороним | босниец, боснийка, боснийҙар | ||||
Валюта | Конвертлы марка[i 2] (BAM,код 977) | ||||
Интернет-домен | .ba | ||||
Код ISO | BA | ||||
МОК коды | BIH | ||||
Телефон коды | +387 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 | ||||
Парламент республикаһы, Босния һәм Герцеговина Федерацияһынан, Серб Республикаһынан һәм Брчко округынан тора. 1992 йылдан — БМО ағзаһы. 2016 йылдың февралендә ил Европа берлегенә инеү өсөн ғариза бирә[7].
2010 йылда Босния һәм Герцеговина НАТО-ға инеү буйынса ғәмәлдәр планын алды.
Югославия составында булған саҡта Босния һәм Герцеговина иң ярлы республика була[8], хәҙер — Европалағы бик юғары эшһеҙлек кимәле менән иң ярлы илдәрҙең береһе. Төп тышҡы сауҙа партнерҙары — Евросоюз илдәре. Аҡса берәмеге — конверсиялана торған марка.
Босния дәүләте X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ил хакимдары католицизм динендә булалар, халыҡтың киң ҡатламдары Босния сиркәүе юлында булалар XIV быуатта Сербия һәм Хорватия ерҙәрен ҡушып алғас, Босния бик ҙур территорияға эйә була. 1463 йылда илде төрөктәр баҫып ала, Ғосман империяһы дәүерендә халыҡтың күпселек өлөшө ислам динен ҡабул итә. 1878—1918 йылдарҙа — Австро-Венгрия, 1918—1992 — Югославия составында. Босния һуғышы тамамланғандан һуң, 1995 йылғы Дейтон килешеүе буйынса, хәҙерге атамаһына һәм конституцион ҡоролошона эйә була.