Вәлиев Лек Вәли улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вәлиев Лек Вәли улы (19 апрель 1935 йыл — 23 март 1992 йыл) — режиссёр. 1965—1969 һәм 1981—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры, 1971—1981 йылдарҙа — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1972—1985 һәм 1989—1992 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1972) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Вәлиев Лек Вәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 19 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) |
Тыуған урыны | Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 март 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (56 йәш) |
Һөнәр төрө | режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы, драматург |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ябырға