Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Өфө ҡаалаһындағы сәнғәт йүнәлешендәге юғары уҡыу йорто / From Wikipedia, the free encyclopedia
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты — 1968 йылда асыла, 2003 йылда уға «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 8 декабрендәге бойороғона ярашлы академия үҙенең тарихи исемен кире ҡайтарҙы һәм 2016 йылдан «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты» тигән атама йөрөтә[1].
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты[1]. | |
Элекке исеме |
Өфө дәүләт сәнғәт академияһы[1] |
---|---|
Асылған йылы |
1968 |
Ректор |
Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Ленин урамы, 14 |
Сайт |
Үҙендә консерваторияны, театраль һәм художество вуздарын берләштергән, Башҡортостан өсөн уникаль уҡыу йорто. Шул уҡ ваҡытта академия — Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа тенденциялары берләштерелгән, ә Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле милли мәҙәниәте академик традициялар менән байытылған, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе.
Сәнғәт институтының биш факультетында 20 кафедра педагогтары 12 һөнәр һәм 19 юғары һөнәри белем буйынса белгестәр әҙерләй. Тәүге йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем юғары уҡыу йорто 4000-дән ашыу юғары квалификациялы сәнғәт өлкәһе белгесе әҙерләп сығарҙы.
Институтта 119 штатлы уҡытыусынан — 3 академик, 4 фән докторы, 28 кандидат, 20 профессор, 42 доцент, 3 дәүләт премияһы лауреаты, 12 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, 47 кеше Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исеменә лайыҡ булған.