Галапагос
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гала́пагос[1][2][3][4][5] (Галапаго́с[6][7], Коло́н архипела́гы[8][9][10], Галапагос утрауҙары[11][12][13], Черепашьи утрауҙары[14][15], Галапагостар[16]; испанса Islas Galápagos, испансанан galápago — һыу ташбаҡаһы төрө һәм һәм Галапагостағы[17] ҡайһы бер гөбөргәйелдәрҙең формаһына оҡшаған эйәр атамаһы, испанса Archipiélago de Colón) — Эквадорҙан көнбайышҡа табан 972 км алыҫлыҡта Тымыҡ океандың экваториаль өлөшөндәге көнсығышта 13 төп янартау утрауҙарынан, 6 бәләкәй утрауҙан, 107 ҡаянан һәм һыу йыуған биләмәләрҙән торған утрауҙар төркөмө. Беренсе утрауҙың тәүгеһе тектоник әүҙемлек һөҙөмтәһендә 510 млн йыл элек формалашҡан тип һанала. Иң йәш утрауҙар — Исабела һәм Фернандина — әлегә тиклем формалашыу кимәлендә, һуңғы вулканик урғылыу 2022 йылда күҙәтелгән.
Острова Галапагос | |
---|---|
исп. Islas Galápagos, исп. Archipiélago de Colón | |
Характеристикалар | |
Утрауҙар һаны | 19 |
Иң эре уртау | Исабела |
Майҙаны | 8010 км² |
Иң бейек нөктәһе | 1707 м |
Халҡы | 25 124 чел. (2010) |
Халыҡ тығыҙлығы | 3,14 кеше/км² |
Урынлашыуы | |
0°21′27″ ю. ш. 90°28′12″ з. д.HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Ил | |
Провинция | Галапагос |
Галапагос Викимилектә |
Галапагос утрауҙары Эквадор дәүләтенә ҡарай һәм шул уҡ исемдәге провинцияны тәшкил итә. Архипелаг халҡы 25 124 кеше тәшкил итә (2010 йыл). Майҙаны — 8010 км².
Утрауҙар тәү сиратта урындағы фауна төрҙәренең күп булыуы һәм Чарльз Дарвиндың бындағы тикшеренеүҙәренән билдәле. Был ғалим өсөн төрҙәрҙең килеп сығышының эволюция теорияһын барлыҡҡа килтереүгә тәүге этәргес була.
Төп ҡалаһы — Пуэрто-Айора.