Глобалләшеү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Глобалләшеү — бөтә донъя иҡтисади, сәйәси, мәҙәни һәм дини берләшеү (интеграция) һәм дөйөмләшеү (унификация) процесы.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Глобалләшеү күптән түгел генә әле халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше, иҡтисади һәм сәйәси мөнәсәбәттәр, донъя баҙарына ҡушылыу системаһы һәм транснационализация һәм төбәкләштереү нигеҙендә иҡтисадтарҙың тығыҙ үрелеүе аша бер-береһе менән бәйләнгән милли хужалыҡтар тупланмаһы тип ҡаралған донъя хужалығы структураһының үҙгәреүенән ғибәрәт. Ошо нигеҙҙә баҙар иҡтисадының берҙәм донъя селтәре — геоиҡтисад һәм уның инфраструктураһы формалаша, быуаттар буйы халыҡ-ара мөнәсәбәттәренең төп уйынсылары булған дәүләттәрҙең милли суверенитетын емереү бара. Глобалләшеү процесы — дәүләт кимәлендә формалашҡан баҙар системаларының эволюция эҙемтәһе ул[1].
Донъя хеҙмәт бүленеше, бөтә планета күләмендә капиталдың, эшсе көстәрҙең, етештереү ресурстарының миграцияһы (һәм, ҡағиҙә булараҡ, тупланыуы), ҡануниәттең, иҡтисади һәм технологик процестарҙың стандартлаштырылыуы, шулай уҡ төрлө илдәр мәҙәниәттәренең бер-береһенә оҡшай барыуы һәм бер төрлөгә әйләнеүе бының төп эҙемтәһе булып тора. Ул — системалы төҫ алған объектив процесс, йәғни йәмғиәт тормошоноң бөтә яҡтарын үҙ эсенә ала. Глобалләшеү һөҙөмтәһендә донъя уның бар субъекттарына бәйле һәм бойондороҡло була бара. Дәүләттәр төркөмдәре өсөн уртаҡ проблемалар арта, шулай уҡ ҡушылыусы субъекттар һаны һәм төрҙәре лә киңәйә бара[2].
Глобалләшеү сығанаҡтарына ҡараштар бәхәсле һанала. Тарихсылар был процесты капитализм үҫеше баҫҡыстарының береһе тип ҡарай. Иҡтисадсылар иҫәпте финанс баҙарҙарының транснационализацияланыуынан алып бара. Политологтар демократик ойошмалар таралыуына баҫым яһай. Культурологтар глобалләшеү сағылышын мәҙәниәттең көнбайыш өлгөһөнә эйәреүенә һәм Америка иҡтисады экспансияһына бәйләй. Глобалләшеү барышын аңлатыуға мәғлүмәти-технологик ҡараштар йәшәп килә. Сәйәси һәм иҡтисади глобалләшеү төрҙәре бар. Иҡтисади һәм технологик үҫештең донъя ҡотоптары барлыҡҡа килеүгә ҡеүәтле этәргес көс биреүсе төбәкләштерелеү глобалләшеү субъекты булып тора[3].
Шул уҡ ваҡытта «глобалләшеү» тигән һүҙҙең килеп сығышында был процеста халыҡ-ара сауҙаның теге йәки был тарихи осорҙа барған етеҙ үҫешенең ҙур әһәмиәтенә ишара бар. Тәүге тапҡыр «глобалләшеү» һүҙен («интенсив халыҡ-ара сауҙа» мәғәнәһендә) Карл Маркс ҡулланған, ул 1850-се йылдар. аҙағында Энгельсҡа хатында былай тип яҙған: «Хәҙер донъя баҙары ысынлап та бар. Калифорния һәм Япония донъя баҙарына сығыу менән глобалләшеү барлыҡҡа килде»[4]. Маркс осоронда башланған нәҡ ошо беренсел глобалләшеүҙең бөтә алдынғы илдәр 1930-сы йылдарҙа ҡәтғи протекционизмға күскәндән һәм ошо арҡала халыҡ-ара сауҙаның ныҡлы ҡыҫҡарыуынан һуң тамамланыуы глобалләшеү процесында халыҡ-ара сауҙаның төп әһәмиәткә эйә булыуын дәлилләй.