Капитал
табыш алыу өсөн тотонолған мөлкәттең дөйөмлөгө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Капитал ( лат. capitalis «мөлкәт, байлыҡ»[1]) — ирекле алмашыу нигеҙендәге һөҙөмтәле һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге аша табыш алыу өсөн ҡулланылған ҡиммәт.
Капитал — ҡиммәт кенә түгел, ә үҙ-үҙен арттырыусы ҡиммәт[2]. Активтарҙы етештереүҙә йәки хеҙмәттәрҙә табыш алыу өсөн урынлаштырыу шулай уҡ капитал һалыу йәки инвестициялар тип атала.
Бойондороҡһоҙ булараҡ, капитал термины хәҙерге бухгалтер иҫәбендә ҡулланылмай, әммә финанс анализының бер нисә оҡшаш күрһәткесе бар, мәҫәлән, өлөшсө капитал — компания активтарының ҡиммәте менән уның йөкләмәләре суммаһы араһындағы айырма. Ҡағиҙә булараҡ, был ҡиммәт устав капитал (компания хужаларының иғәнәләре), өҫтәмә капитал (мөлкәтте ҡайтанан баһалау, эмиссия килемдәре), бүленмәгән табыш һәм резервтар (табыштан барлыҡҡа килгән) иҫәбенә барлыҡҡа килә.