Икенсе халыҡ ополчениеһы
1611 йылдың сентябрендә Түбәнге Новгородта поляк интервенттарына ҡаршы көрәшеү өсөн барлыҡҡа килгән ополчение / From Wikipedia, the free encyclopedia
Икенсе халыҡ ополчениеһы — 1611 йылдың сентябрендә Түбәнге Новгородта поляк интервенттарына ҡаршы көрәшеү өсөн барлыҡҡа килгән ополчение. Түбәнге Новгородтан Мәскәүгә барғанда, башлыса 1612 йылдың апрель-июль айҙарында Ярославлдә, әүҙем формалашыуын дауам итә. Рус батшалығының ҡала халҡы, үҙәк һәм төньяҡ район крәҫтиәндәренән торған. Етәкселәре —Түбәнге Новгород сауҙагәре һәм посад старостаһы Кузьма Минин һәм хәрби юлбашсы Дмитрий Пожарский. Пожарский 1612 йылдың авгусында Мәскәү янында Беренсе ополчениенан ҡалған көстәрҙең бер өлөшө менән Мәскәү эргәһендәге поляк армияһын ҡыйрата, ә 1612 йылдың октябрендә баш ҡаланы интервенттар оккупацияһынан тулыһынса азат итә.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Войны ...
Икенсе халыҡ ополчениеһы | |
Ил | |
---|---|
Войны | |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр |
Мәскәү алышы (1612) |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Дмитрий Пожарский, Кузьма Минин |
- | |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Ябырға