Рус-поляк һуғыштары (1609—1618)
Рәсәй һәм Речь Посполитая араһында ҡораллы бәрелеш / From Wikipedia, the free encyclopedia
1609-1618 йылдарҙағы Рус-поляк һуғышы, шулай уҡ Польша-литва интервенцияһы булараҡ билдәле— Рәсәй һәм Речь Посполитая араһында ҡораллы бәрелеш, уның барышында поляк-литва ғәскәрҙәре тарафынан (1610—1612 йылдарҙа) Мәскәү ҡалаһы баҫып алынған. Сыуалыш осороноң төп ваҡиғаларының береһе.
Русско-польская война 1609—1618 годов | |||
Төп конфликт: Смутное время, русско-польские войны | |||
Дата |
1609—1618 | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Русское царство | ||
Нәтижә |
Деулинское перемирие | ||
Үҙгәрештәр |
Русское царство потеряло Смоленскую, Черниговскую и западную часть Северской земли, но избежало личной унии с Речью Посполитой | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Рус-поляк һуғыштары (1609—1618) Викимилектә | |||
Айырым поляк магнаттары Рәсәйҙәге ваҡиғаларҙа, тәү сиратта, Лжедмитрий I (1605 йылда) һәм Лжедмитрий II-гә (1607—1609 йылдарҙа) ярҙам күрһәтеү һылтауы менән ҡатнашты. Башында король Сигизмунд III торған Речь Посполитая батша Василий Шуйскийҙың Речь Посполитаяға ҡаршы һуғыш хәлендә булған Швед короллеге менән союз төҙөгәненән һуң Рус батшалығына ҡаршы һуғыш башлай (ҡара: 1609 йылғы выборг трактаты). Польша ғәскәре союздаш рус-швед ғәскәрен Клушин янындағы һуғышта ҡыйратҡан.
1612 йылда Икенсе халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе интервенттарҙан азат итә, әммә һуғыш 1618 йылға, поляк һәм казак берләшмәләре Рус дәүләтенең көньяҡ өлкәләрен ҡыйратып, Мәскәүҙе уңышһыҙ ҡамай башлағанға тиклем дауам иткән. Һуғыш Деулинский тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана, уға ярашлы, Смоленск, Стародуб һәм Чернигов ерҙәре Речь Посполитаяға бирелгән.