Ираҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ира́ҡ (ғәр. العراق, сорани عێراق), рәсми атамаһы — Ира́ҡ Республикаһы (ғәрәп. جمهورية العراق, сораниکۆماری عێراق) — Яҡын Көнсығыштағы дәүләт. 2014 йылда халҡы 36 миллиондан күберәк, территорияһы — 435 052 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла — 39-сы, территорияһы буйынса 57-се урында тора.
| |||||
Девиз: «Аллаһ бөйөк (الله أكبر)» | |||||
Гимн: «Моя Родина» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 3 октябрь 1932 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | Ғәрәп теле[1] һәм ҡорд телдәре[1] | ||||
Баш ҡала | Бағдад | ||||
Эре ҡалалар | Бағдад, Мосул | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы Де-юре, 2005 йылдағы референдумда ҡабул ителгән Конситуцияға ярашлы. | ||||
Президент
Вице-президент | Джаляль Талабани
Нури аль-Малики | ||||
Дәүләт дине | ислам | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 57 435 052 км² 1,1 | ||||
Халыҡ • Һаны (2014) • Халыҡ тығыҙлығы | 36 004 552[2] чел. (44) 82,7 чел./км² | ||||
ИЧР (2011) | ▬ 0,573 (уртаса') (132 урын) | ||||
Валюта | Ираҡ динары (IQD, код 368) | ||||
Интернет-домен | .iq | ||||
Код ISO | IQ | ||||
МОК коды | IRQ | ||||
Телефон коды | +964 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Баш ҡалаһы — Бағдад. Дәүләт телдәре — ғәрәп һәм сорани теле. Федератив дәүләт, парламент республикаһы. 2014 йылдың 24 июлендә президент вазифаһына Фуад Масум ултыра. 18 провинцияға (мухафаз) бүленә.
Месопотамия уйһыулығында, Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә урынлашҡан. Илдең көньяҡ-көнсығыш ярҙарын Фарсы ҡултығы һыуҙары йыуа. Ҡоро ерҙә көньяҡ-көнсығышта Кувейт, көньяҡта Сәғүд Ғәрәбстаны, көнбайышта Иордания һәм Сүриә, төньяҡта Төркиә һәм көнсығышта Иран менән сиктәш. Этномәҙәни күп төрлөлөгө менән айырыла. Халҡының 95 проценты самаһы ислам динен тота, ҡалған 5 проценты нигеҙҙә Көнсығыштың Ассирия сиркәүенә ҡарай.
Аграр ил. 2014 йылға ҡарата һатып алыу һәләте паритеты буйынса эске тулайым продукция 522,7 миллиард АҠШ долларын тәшкил итә. Аҡса берәмеге — Ираҡ динары.
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1932 йылда иғлан ителә. 1958 йылда Иордания короллеге менән берҙәм Ғәрәп Федерацияһы ойошторола. 1979 йылдың 16 июлендә Бағдадта һарай түңкәрелеше була — ил президенты әл-Бакр отставкаға ебәрелә; 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты Саддам Хөсәйен була. 2003 йылдың мартында коалиция көстәре баҫып инеүе һөҙөмтәһендә Саддам Хөсәйендең хакимлығына нөктә ҡуйыла.