Иордания
Яҡын Көнсығыштағы ғәрәп дәүләте / From Wikipedia, the free encyclopedia
Иордания (ғәр. الأردن, Эль-Урдун[34]; тулы исеме — Иордания Хашимит Короллеге[35] (ғәр. المملكة الأردنية الهاشمية, әл-Мамляка аль-Урдуния әл-Хашимий)) — Яҡын Көнсығыштағы ғәрәп дәүләте.
Короллек төньяҡта Сүриә, төньяҡ-көнсығышта Ираҡ, көнсығышта һәм көньяҡта Сәғүд Ғәрәбстаны, көнбайышта Израиль һәм өлөшләтә Фәләстин дәүләте тип танылған Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) менән сиктәш. Иордания Үле диңгеҙҙең яр буйы һыҙаттарын Израиль һәм ФМХ менән; Акаба ҡултығының яр буйы һыҙаттарын Израиль, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Мысыр менән уртаҡлаша.
Короллек биләмәләренең 90 процентҡа яҡыны сүллекккә һәм ярымсүллеккә тура килә.
Иорданияға туристарҙы Акаба ҡултығының, Үле диңгеҙҙең пляждары, мәрйен рифтары һәм донъяның яңы ете мөғжизәһенең береһе Петраҡалаһы йәлеп итә.