Людвиг ван Бетховен
From Wikipedia, the free encyclopedia
Людвиг ван Бетховен (нем. Ludwig van Beethoven [ˈluːt.vɪç fan ˈbeːt.hoːfən] 16 Аҡъюлай 1770, Бонн ҡ., Вестфалия — 26 Буранай 1827, Вена ҡ., Австрия Империяһы) — бөйөк немец композиторы, пианисы, дирижёры, "Вена классик мәктәбе"нең аҙаҡҡы вәкиле.
Людвиг ван Бетховен Ludwig van Beethoven | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған |
16 декабрь 1770({{padleft:1770|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) |
Тыуған урыны |
Бонн, Вестфалия |
Үлгән |
26 март 1827({{padleft:1827|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (56 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил |
Германия, Австрия империяһы |
Һөнәрҙәре |
композитор, пианист, дирижёр |
Әүҙем йылдары | |
Инструменттар | |
Жанрҙар |
Классик музыка (академик музыка XVIII быуаттың икенсе яртыһы — XIX быуат башы) |
Автограф | |
beethoven-haus-bonn.de[1] | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Бетховен — классицизм һәм романтизм дәүере классик музыкаһының иң ҙур шәхесе, донъяла иң күп башҡарылған композиторҙарҙың береһе. Ул шул ваҡытта булған барлыҡ жанрҙарҙа ла, шул иҫәптән опера, драматик спектаклдәргә музыка, хор әҫәрҙәре яҙған. Уның мираҫында иң мөһиме булып инструменталь әҫәрҙәре һанала: фортепиано, скрипка һәм виолончель өсөн сонаталар, фортепиано һәм скрипка өсөн концерттар, квартеттар, увертюралар, симфониялар. Бетховендың ижады XIX һәм XX быуат симфонизмына мөһим йоғонто яһай[2].