Ниязов Сапарморат Атай улы
Төркмәнстандың беренсе президенты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниязов Сапарморат Атай улы (төркм. Saparmyrat Ataýewiç Nyýazow, Сапармырат Атаевич Ныязов; тыуғандағы фамилияһы — Аннания́зов; 19 февраль 1940 йыл — 21 декабрь 2006 йыл), Төркмәнбашы (төркм. Türkmenbaşy — «төркмәндәр башлығы»), Серда́р (юлбашсы) һәм Мәңге Бөйөк Сапарморат Төркмәнбашы[13] — СССР һәм Төркмәнстандың партия, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1985 йылдан 2006 йылғаса Төркмәнстан етәксеһе (1985—1991 йылдарҙа — Төркмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, 1990—2006 йылдарҙа — Төркмәнстан президенты; 1999 йылдан — ғүмеренең ахырынаса президент). 1990—1991 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. Ниязов идара иткән осорҙа илдә уның шәхси диктатор власы, шулай уҡ масштаблы шәхес культы урынлаштырыла[14], тик уның вафатынан һуң ғына улар бөтөрөлә.