Төркмәндәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төркмәндәр (төркм. Türkmenler) — бөгөн төркмән тип аталған халыҡ боронғо уғыҙ сығышлы, төрки телле, башлыса Төркмәнстанда, тарихи рәүештә Афғанстанда һәм Ирандың төньяҡ-көнсығышында йәшәй. Диндәре — сөнни мосолман. Дөйөм һаны — 8 миллиондан ашыуыраҡ[1]. Төп ерле халҡы Төркмәнстанда йәшәй (5 миллион самаһы). Төркөмәндәрҙең байтаҡ өлөшө Иранда, Афғанстанда һәм Рәсәйҙә йәшәй (Төньяҡ Кавказ). Иран төркмәндәре — этностың ҙур ирридентаһы — 2 миллион самаһы кеше (Ирандың рәсми статистикаһында 400 меңләп төркмән). Афған төркмәндәре шулай уҡ ярайһы күп һанлы. Дөйөм һаны — 8 миллион самаһы кеше[2].
Ҡыҫҡа факттар Туған тел, Дәүләт ...
Төркмәндәр | |
төркм. Türkmenler | |
Туған тел | Төркмән теле |
---|---|
Дәүләт | Төркмәнстан |
Тасуирлау биттәре |
mar.umd.edu/assessment.a… mar.umd.edu/assessment.a… |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Виктория милли галереяһы[d] |
Төркмәндәр Викимилектә |
Ябырға
Төркиә төркмәндәре менән бутамаҫҡа