Панама
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пана́ма[1][2] (исп. República de Panamá [re̞ˈpuβ̞lika ð̞e̞ panaˈma]) рәсми исеме — Панама Республикаһы[3] (исп. Republica de Panamá) — Үҙәк һәм Көньяҡ Американың Панама боғаҙында Кариб диңгеҙе һәм Тымыҡ океан араһында урынлашҡан президент идараһы формалы, дәүләт төҙөлөшө унитар һәм демократик режимлы дәүләт. Көнбайыштан Коста-Рика, көнсығыштан Колумбия менән сиктәш. Ерле индейҙар телендә был атама «балыҡ күп урын» тигәнде аңлата[4].
| |||||
Девиз: «Pro Mundi Beneficio (лат. "Тыныслыҡ хаҡына")» | |||||
Гимн: «Himno Istmeño» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 3 ноябрь 1903 й. ( Колумбия) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Панама | ||||
Эре ҡалалар | Панама | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент
Вице-президент | Рикардо Мартинелли
Хуан Карлос Варела | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 115 75 517 км² 2,9 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 3 405 813 чел. (132) 44,5 чел./км² | ||||
Валюта | Бальбоа (валюта) (PAB, код 590); АҠШ доллары (USD, код 840) | ||||
Интернет-домен | .pa | ||||
Код ISO | PA | ||||
МОК коды | PAN | ||||
Телефон коды | +507 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -5 |
Баш ҡалаһы — Панама ҡалаһы. Рәсми тел — испан теле. Панама Коста-Рика, Уругвай һәм Чили менән бер рәттән (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утраулы дәүләттәренән тыш) Латин Америкаһында иң демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала.
2012 йыл башында The New York Times гәзите, киләһе йылда барып күрергә зарур урындар исемлегендә, Панаманы беренсе урынға ҡуйҙы (икенсе урында — Хельсинки, өсөнсө урында — Мьянма)[5].