Пласидо Доминго
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пласидо Доминго (тулы исеме Хосе Пласидо Доминго Эмбиль (исп. José Plácido Domingo Embil; 21 ғинуар 1941 йыл, Испания, Мадрид) — испан опера йырсыһы, лирик-драматик тенор, Вашингтон һәм Лос-Анджелес Операларында дирижёр-ҡуйыусы. Лучано Паваротти һәм Хосе Каррерас менән донъялағы иң билдәле өс тенор исемлегенә инә.
Пласидо Доминго Plácido Domingo | |||||||||||||||||
Төп мәғлүмәт | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
исп. José Plácido Domingo Embil | ||||||||||||||||
Тулы исеме |
José Plácido Domingo Embil | ||||||||||||||||
Тыуған |
21 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (83 йәш) | ||||||||||||||||
Тыуған урыны | |||||||||||||||||
Ил | |||||||||||||||||
Һөнәрҙәре |
опера йырсыһы | ||||||||||||||||
Әүҙем йылдары |
1959 — бөгөнгө көнгәсә | ||||||||||||||||
Йырлау тауышы |
тенор | ||||||||||||||||
Наградалар |
| ||||||||||||||||
placidodomingo.com | |||||||||||||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | |||||||||||||||||
Ярты быуаттан артығыраҡ йырсы эшмәкәрлеге барышында төрлө илдәр сәхнәләрендә Доминго 140 ведущий опера партияларын башҡара[1], билдәле тенорҙарҙың береһе лә ошондай күләмдә опера партияларын башҡармаған[2]. Доминго, оркестр менән етәкселек итеп, 300-ҙән артыҡ кисен дирижёр пультында үткәрә, барлығы 3500-ҙән артыҡ тамашала ҡатнаша. 100-ҙән артыҡ сығышып яҙҙырған, улар тулы йөкмәткеле опера спектаклдәре, айырым һәм дуэт яҙмалары[1].
Пласидо Доминго Метрополитен-операла 21 миҙгелде асҡан һәм был күрһәткес буйынса Энрико Карузо рекордын уҙып киткән[3][4].