Бөтә имеҙеүсе хайуандар ҙа балаларын һөт имеҙеп үҫтерә. Һөттә организм үҫеше өсөн кәрәкле бөтә матдәләр ҙә була һәм ул бик яҡшы үҙләштерелә.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Тәүге йәнлектәр |
Утконос | Ехидна | |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Prototheria Gill, 1872
|
Отряд |
---|
- Однопроходные (Monotremata)
|
|
|
Ябырға
Үрсеү һәм үҫеш үҙенсәлектәренә бәйле рәүештә, имеҙеүселәр өс төркөмгә бүленә:
- Йомортҡа һалыусылар (лат. Monotremata), Тәүге йәнлектәр аҫкласы;
- Муҡсалылар(лат. Marsupialia), Ысын йәнлектәр аҫкласы;
- Плаценталылар(лат. Placentalia, placenta ‘плацента’һүҙенән), Ысын йәнлектәр аҫкласы.
Тәүге йәнлектәр (лат. Prototheria) — иң ябай имеҙеүселәр. Үҙҙәрендә имеҙеүсе һәм һөйрәлеселәр билдәләрен берләштергән аҫкласс. Был төркөмгә бер генә инфракласс — клоакалылар ғына ҡарай.
Ер-һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштарҙағы кеүек үк, уларҙың да эсәклек, бәүел һәм енес юлдары клоакаға асыла. Шуға ла, бөгөнгө көндә йәшәп ятҡан төрҙәрен Бер тишеклеләр, йәки Йомортҡа һалыусылар (лат. Monotremata) отрядына индерәләр.