Отряд (биология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Отряд (лат. ordo), шулай уҡ (рус. отряд) — хайуандар систематикаһында иерархия буйынса төп таксондарҙың береһе. Кластан түбәнерәк һәм ғаиләнән юғарыраҡ таксономик төркөм.
Үҫемлектәр, Бәшмәктәр һәм Бактериялар систематикаһында отрядҡа тиң таксон —«тәртип».
Шулай уҡ, аҫтәртип (лат. subordo, рус. подотряд, өҫтәртип (лат. superordo, рус. надотряд), инфратәртип (лат. infraordo, рус. инфраотряд) (аҫтәртиптән кәмерәк таксон)) таксондары бар.
Миҫалдар:
- Кәбәҫтә күбәләге (лат. Pieris brassicae) Тәңкә ҡанатлылар (лат. Lepidoptera) отрядына ҡарай.
- Сәсеү борсағы (лат. Pisum sativum) ҡуҙаҡ сәскәлеләр тәртибенең (лат. Fabáles) ҡуҙаҡлылар ғәиләһенә ҡарай (лат. Fabáceae)