Фракия
Балҡандағы тарихи һәм географик өлкә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фра́кия (грек. Θράκη, болг. Тракия, төр. Trakya, лат. Thracia) — Балҡан ярымутрауының көнсығышындағы тарихи һәм географик өлкә. 1923 йылда төҙөлгән Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы хәҙерге ваҡытта ул өс дәүләт араһында бүленгән: Болгария составына Төньяҡ Фракия (шулай уҡ Үрге Фракия уйһыулығы булараҡ та билдәле) инһә, тарихи йәһәттән Көнбайыш Фракия тип йөрөтөлгән ерҙәр Грецияның хәҙерге Фракия правинцияһы, ә өсөнсө ил — Төркиәгә төбәктәге иң ҙур мегалополис булған Истанбул ҡалаһы менән Көнсығыш Фракия бирелә.
Фракия | |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
---|---|
Дәүләт |
Болгария Греция Төркиә |
Сиктәш | Боронғо Греция |
Ҡайҙа өйрәнелә | thracology[d] |
Фракияның географик уртаһында мөһим транспорт үҙәге — төрөк ҡалаһы Әдирнә (тарихи исеме Адрианополь) урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта төбәктә 13 миллионға яҡын кеше, шул иҫәптән 10 миллион тирәһе төрөк, 1 миллионға яҡын болгар һәм 0,2 миллион грек йәшәй.
Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета булған Юпитерҙың юлдашы Европалағы макулаға Фракия хөрмәтенә уның исеме бирелгән.
Ҡайһы бер фараздар буйынса, Рим ҡолдары восстаниеһы етәксеһе Спартак Фракия батшаларының береһенең улы була.