Хорватия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хорва́тия (хорв. Hrvatska), рәсми исеме Хорват Респу́бликаһы (хорв. Republika Hrvatska [xř̩ʋaːtskaː]) — үҙаллы дәүләт. Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа сигендә, Адриатик диңгеҙ ярында урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Словения, төньяҡ-көнсығышта Венгрия, көнсығышта Сербия, көньяҡ-көнсығышта Босния һәм Герцеговина, Черногория менән сиктәш. Италия менән диңгеҙ сиге уртаҡ. Майҙаны 56 594 км², 2011 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 4,28 миллион кеше йәшәй.
Рәсми дәүләт теле — хорват теле. Дәүләт теле менән бер рәттән милли аҙсылыҡ йәшәгән урындарҙа итальян, чех, венгр, серб, немец телдәре рәсми ҡулланыла.
Аҡса берәмге — куна. Баш ҡалаһы Загреб. Административ бүленеше: егерме округ (жупанлыҡ) 127 ҡаланы һәм 429 муниципалитетты берләштерә. Европа берләшмәһенең статистика системаһы өсөн округтар Континеталь Хорватия һәм Адриатик Хорватия төбәктәренә берләштерелгән.
Хорватия халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы: БМО (1992), ОБСЕ (1992), МВФ (1992), МБРР (1993), СЕ (1996), ВТО (2000), НАТО (2009), ЕС (2013).