Һаннибал
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ганнибал (б. э. т 247—б. э. т. 183) — Карфаген полководецы, боронғо замандың иң бөйөк ғәскәр башлыҡтарының һәм дәүләт һәм эшмәкәрҙәренең береһе. Ганнибал Рим республикаһының иң ныҡ дошманы булған һәм Карфагендың Пуник һуғыштары серияларының береһендә һәләк булғансы римлеләр менән һуғышыусы кеше.
Ганнибал б.э.т. 247 йылда Карфаген полководецы Гамилькар ғаиләһендә тыуған. Ул туғыҙ йәшендә Римгә ҡаршы һуғышасағын белдергән. Испанияла Карфаген ғәскәренең баш командующийы булараҡ, Сагунтҡа һөжүм итеп, Икенсе Пуник һуғышын башлап ебргән. Б.э.т.218 йылда ул, Италияға бәреп инеп, римлеләрҙе бер нисә тапҡыр Канн янында еңгән. Тик римлеләр инициативаны үҙ ҡулдарына алып, Испанияла һәм Африкала карфагенлыларға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡан. Африкалағы үҙҙәренең ғәскәренә ярҙам ҡулы һуҙырға тип сыҡҡан Ганнибал Зам янында римлеләрҙән еңелгән. Был еңелеүҙең һөҙөмтәһе булып Рим республикаһы менән Карфаген араһында тыныслыҡ төҙөү торған. Б.э.т. 196 йылда Ганнибалды Римгә ҡаршы тора тип ғәйепләйҙәр һәм уны илдән ҡыуып сығаралар. Б.э.т. 183 йылда Ганнибал, римлеләргә бирелмәҫ өсөн, үҙен-үҙе үлтергән.
Ганнибал Европа тарихында Александр Македонский, Юлий Цезарь, Сципион һәм Пирр Эпирскийҙәр менән бер рәттән иң бөйөк хәрби стратег булып һанала. Хәрби тарихсы Теодор Айро Додж Ганнибалды «стратегияның атаһы» тип иҫәпләгән, сөнки уның әйтеүенсә римлеләр Ганнибалдан күп стратегия элементтарын отоп алғандар. Бындай баһа Ганнибалға киң, ҙур репутация булдырған, шуға күрә хәҙерге ваҡытта Ганнибал, наполеон менән бер рәттә торған иң стратегтарҙың береһе булып исәпләнә.