Карфаген
From Wikipedia, the free encyclopedia
Карфаген (финик. Qart-ḥada(št), лат. Carthago, грек. Καρχηδόνα) — борон заманда Африканың төньяғында, хәҙерге Тунис территорияһында урынлашҡан финики дәүләте, баш ҡалаһының да атамаһы Карфаген булған. Qart-ḥadašt (пун яҙмаһында һуҙынҡыларһыҙ Qrtḥdšt) финики теленән «Яңы ҡала» тип тәржемә ителә. Карфагенлы финикиҙарҙың латинса атамаһы — Poeni или Puni.
Карфаген | |||||
финик. 𐤒𐤓𐤕•𐤇𐤃𐤔𐤕 | |||||
| |||||
б. э. т. 814 йыл[1] — б. э. т. 146 йыл
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр |
пун теле | ||||
Халҡы | |||||
Преемственность | |||||
Lex Rubria → Рим республикаһы → Рим империяһы → Вандалдар һәм аландар короллеге → Византия → | |||||
Карфаген Викимилектә | |||||
Карфагенды беҙҙең эраға тиклем IX быуатта Тир тигән финики ҡалаһынан колониялаштырыусылар нигеҙләгән. Карфагенды нигеҙләү датаһы ике вариантта йөрөй: беҙҙең эраға тиклем 825—823 йылдар һәм беҙҙең эраға тиклем 814—813 йылдар, әҙәбиәттә һуңғыһы йышыраҡ ҡулланыла[2].
Риүәйәткә ярашлы, ҡалаға Дидона тигән батшабикә нигеҙ һала. Тир батшаһы булған ағаһы Пигмалион ире Сихейҙы байлығын тартып алыр өсөн үлтергәненән һуң Дидона Фестан ҡаса. Ҡаланың барлыҡҡа килеүе тураһындағы риүәйәткә ярашлы, Дидона был тирәлә йәшәгән ҡәбиләнән үгеҙ тиреһе ҙурлыҡ ер һатып алырға һөйләшә. Ул тирене тар ғына ҡайыштарға ҡырҡып сыға ла шулар еткән тиклем ер биләмәһен әйләндереп ала һәм шул биләмәгә хужа була. Ошо урынға ҡуйылған цитаделгә Бирса (тире) тигән атама бирелә.
Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында финики йоғонтоһо тамамланғас, географик урынының ҡулай булыуынан файҙаланып, Карфаген элекке финики колонияларын үҙенә буйһондора. Беҙҙең эраға тиклем III быуатҡа ул, Көньяҡ Испанияны, Төньяҡ Африка яр буйын, Сицилияны, Сардинияны һәм Корсиканы буйһондороп, Урта диңгеҙҙең көнбайышында эре дәүләткә әүерелә. Римға ҡаршы пун һуғыштарынан һуң Карфаген үҙ яуланмаларын юғалта һәм беҙҙең эраға тиклем 146 йылда емертелә, территорияһы Римдың Африка тигән провинцияһына әйләнә. Юлий Цезарь уның урынында колония нигеҙләргә тәҡдим итә, колония уның вафатынан һуң булдырыла.
420—430-сы йылдарҙа айырымланыу маҡсатындағы фетнәләр һәм вандал тигән герман ҡәбиләһенең баҫҡыны һөҙөмтәһендә Көнбайыш Рим империяһының провинция өҫтөнән контроле юғалтыла. Вандалдар баш ҡалаһы Карфагенда булған үҙ короллеген ойоштора. Төньяҡ Африка Византия императоры Юстиниан тарафынан буйһондоролғас, Карфаген ҡалаһы Карфаген экзархатының баш ҡалаһы ителә. VII быуат аҙағында ғәрәптәр тарафынан тартып алынғас, ул әһәмиәтен тулыһынса юғалта.
Карфаген моронда урынлашҡан була һәм төньяҡтан да, көньяҡтан да диңгеҙгә сыға ала. Уңайлы урыны уны Урта диңгеҙ төбәгендә диңгеҙ сауҙаһы лидерына әүерелдерә. Диңгеҙҙә йөҙгән бөтә суднолар мотлаҡ Сицилия менән Тунис яры араһынан үтер булған.
Ҡала эсендә ике ҙур яһалма гавань ҡаҙыла: береһе — хәрби флот өсөн, икенсеһе сауҙа өсөн тәғәйенләнә. Хәрби гавань 220 хәрби карап һыйҙырышлы була. Гавандәрҙе айырып торған муйынға диуар менән уратылған мөһабәт башня төҙөлә.
Ҡала диуарҙарының оҙонлоғо 37 километр була, ә бейеклеге ҡайһы бер урындарҙа 12 метрға етә. Диуарҙар башлыса яр буйлап тартылғанлыҡтан ҡаланы диңгеҙ яғынан яулау мөмкин булмай.
Ҡалала ҙур зыярат, дин ҡоролмалары, баҙарҙар, муниципалитет, башнялар һәм театр була. Ул бер ҙурлыҡтағы дүрт торлаҡ районға бүленә. Ҡала уртаһында бейек цитадель ҡалҡып тора, ул Бирса тип атала. Карфаген эллин дәүерендәге иң ҙур ҡалаларҙың береһе була (ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, Искәндәриәнән генә ҡалыша) һәм боронғо осорҙағы иң эре ҡалалар иҫәбенә инә.
Сығанаҡтар әҙ булғанға Карфагендағы дәүләт ҡоролошон аныҡ ҡына билдәләп булмай. Шуның менән бергә уның сәйәси системаһын Аристотель менән Полибий һүрәтләгән.
Карфагенда власты аристократия тота, ул бер-береһенә дошман аграр һәм сауҙа-сәнәғәт фракцияларына бүленгән була. Тәүгеләре Африкала биләмәләрҙе арттырыу яҡлы һәм башҡа төбәктәрҙе яулауға ҡаршы була, ә икенселәр нәҡ башҡа төбәктәргә ынтыла. Дәүләт хеҙмәтендәге вазифаларҙы һатып алырға мөмкин була.
Аҡһаҡалдар советы юғарғы власть органы һанала, уның башында 10 (һуңынан — 30) кеше тора. Башҡарма власҡа ике суфет етәкселек итә. Улар йыл һайын һайлап ҡуйыла һәм башлыса армия менән флоттың баш командующийҙары вазифаларын башҡара. Карфаген сенаты закондар сығарыу власына эйә була, өс йөҙләп сенатор була, ә вазифа үҙе ғүмерлеккә бирелә. Сенат составындағы 30 ағзанан торған комитет ағымдағы эштәрҙе алып бара. Халыҡ йыйыны ла әһәмиәткә эйә була, әммә уға суфеттар менән сенат араһында фекер айырымлыҡтары килеп сыҡҡан һирәк осраҡтарҙа ғына мөрәжәғәт итәләр..
Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 450 йылда ҡайһы бер ырыуҙарҙың (айырыуса Магондар ырыуының) аҡһаҡалдар советында тулы өҫтөнлөк алырға ынтылышын йүгәнләү маҡсатында судьялар советы төҙөлә. Ул 104 кешенән тора һәм вазифалағы мөҙҙәте тулған кешеләрҙе хөкөм итергә тейеш була, ә һуңынан контроль һәм суд менән шөғөлләнә.
Буйһондоролған ҡәбиләләрҙән һәм ҡалаларҙан Карфаген яугирҙәр контингентын йыя, аҡсалата һәм натуралата һалым түләмдәре алып тора. Бындай ҡоролош Карфагенға байтаҡ аҡса килтерә һәм көслө армия булдырыу мөмкинлеген бирә.