Байконур
Ҡаҙағстан Республикаһында урынлашҡан космодром / From Wikipedia, the free encyclopedia
Байконур космодромы (ҡаҙ. Байқоңыр / Baiqoñyr — «бай үҙән») — беренсе, шулай уҡ донъялағы иң ҙур космодром, уны Советтар Союзы 1955 йылдың 12 ғинуарында Ҡаҙаҡ ССР-ы территориянда төҙөй башлай һәм 1957 йылдың 15 майында сафҡа индерә.
Байконур | |
Нигеҙләү датаһы | 1955 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Байҡуңыр |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ-территориаль берәмек | Ҡыҙылурҙа өлкәһе[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Baikonur Cosmodrome.map |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 90 метр |
Хеҙмәтләндереүсе | Федераль космос агентлығы[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1955[1][2] |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Байҡуңыр |
Байконур Викимилектә |
Космодром Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе территорияһында, Ҡазалы ҡалаһы һәм Жосалы ҡасабаһы араһында, Тюрата ҡасабаһы янында урынлашҡан. Был ҡасабаға яҡын урынлашҡанлыҡтан, халыҡ-ара спутник белешмәләрендә «Tyuratam Missile and Space Complex» (TTMTR) булараҡ билдәләнелә. 6717 км² майҙанды биләй.
Космодром һәм Байконур ҡалаһы (1995 йылға тиклем — Ленинск ҡалаһы) бергә «Байконур» комплексын барлыҡҡа килтерә. Комплекс ракета-ташыусыларҙы осороп ебәреү өсөн ҡулланылған туғыҙ типтағы 15 старт комплексын, континент-ара баллистик ракеталарҙы һынау өсөн 4 осороу ҡоролмаһын, 11 монтаж-һынау корпусын (МИК) һәм башҡа инфраструктураны үҙ эсенә ала.
1991 йылдың 26 декабрендә ССР Союзы тарҡалғанға тиклем СССР-ҙың беренсе һәм төп космодромы була, артабан космодром союз ҡарамағынан бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан Республикаһы милкенә күсә.
Хәҙер Байконур комплексын Рәсәй етәкселеге Ҡаҙағстан етәкселегенән ҡуртымға алған (2050 йылға тиклемге осорға ҡуртым килешеүе төҙөлгән)[3]. Космодромды бер йыл файҙаланыу Рәсәйгә яҡынса 9 млрд. һумға төшә (был сумма эсенә Байконур комплексын ҡуртымға алған өсөн яҡынса 7,4 млрд һум, космодром объекттарын эшкә яраҡлы хәлдә тотоу өсөн яҡынса 1,5 млрд һум инә). Ҡуртым өсөн түләнгән хаҡ «Роскосмос» бюджетының дөйөм суммаһының 4,2 процентын тәшкил итә (2012 йылға ҡарата)[4]. Бынан тыш Рәсәй федераль бюджетынан Байконур ҡалаһы бюджетына йыл һайын 1,16 млрд. һум кире ҡайтарылмай торған аҡса күсерелә (2012 йылға ҡарата)[5]. Дөйөм алғанда, космодром һәм ҡала бюджетына Рәсәй йыл һайын 10,16 млрд һум аҡса тотона.
Бер нисә йыл дауамында Рәсәй Байконур космодромынан йыһан караптарын осороу буйынса алдынғы урынды алып тора, икенсе урында — Флорид штатының Канаверал мороно районындағы старт комплекстары (НАСА һәм АҠШ-тың Йыһан көстәренеке), ә өсөнсө урында — Гвиана Космос үҙәге (Европа космик агентлығы (ЕКА) космодромы (Францияның Гвиана департаменты). Атап әйткәндә, 2015 йылда Байконурҙан 18 ракета-ташыусы йыһан киңлегенә оҙатыла (икенсе урынды АҠШ-тың Канаверал моронондағы космодромы биләй, унан бер йылда 17 йыһан карабы оҙатыла, өсөнсө урында — Гвиана Космос үҙәге (Францияның Гвиана депатаментындағы ЕКА космодромы), унан бер йылда 12 йыһан карабы осорола[6]. 2016 йылдан алып Канаверал моронондағы космодром (АҠШ) йыһанға осоролған космос караптарының һаны буйынса лидер булып килә.