Барбадос
Вест-Һиндостандағы Кесе Антил утрауҙар төркөмөнә ҡараған шул уҡ исемдәге дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Барба́дос (ингл. Barbados)[4][5][6] (ингл. Barbados) —— Вест-Һиндостандағы Кесе Антил утрауҙар төркөмөнә ҡараған шул уҡ исемдәге дәүләт, Кариб диңгеҙенең көнбайышында, Көньяҡ Американан йыраҡ түгел, Венесуэланан 434,5 км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.
| |||||
Девиз: «Pride and Industry» | |||||
Гимн: «In Plenty and In Time of Need» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 30 ноябрь 1966 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | Инглиз | ||||
Баш ҡала | Бриджтаун | ||||
Эре ҡалалар | Бриджтаун | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 199 431 км² ҙүр түгел | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы | 284,589[1] чел. (180) 660 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
6.175 млрд[2] долл. 22,296 долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
3,963 млрд долл. 14,307 долл. | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,793 [3] (бик юғары) (47 урын) | ||||
Валюта | Барбадосс доллары (BBD,код 52) | ||||
Интернет-домен | .bb[d] | ||||
Код ISO | BB | ||||
МОК коды | BAR | ||||
Телефон коды | +1-246 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -4 |
Көнбайыш яғында Сент-Люсия, Сент-Винсент һәм Гренадиндар утрауҙары урынлашҡан. Утрау майҙаны 431 км², урта өлөшөндә ҙур булмаған убалы яҫы ер. Утрауҙа тупраҡ составы уның вулкандан барлыҡҡа килгәнен һәм башлыса мәрйен рифтары ҡатламдарынан торғанын күрһәтә.
Утрауҙың климаты — Атлантик океан яғынан даими пассат елдәре иҫкән тропик климатлы. Утрауҙың эшкәртелмәй торған өлөшө мангр һаҙлыҡтары менән ҡапланған. Ҡалған өлөшөндә шәкәр ҡамышы үҫтерелә һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла.
Барбадос үҫешеү юлына баҫҡан илдәр араһында БМО үҫеш программаһына (ПРООН) ярашлы, йәшәү кимәле һәм грамоталылыҡ буйынса төньяҡ америка илдәре араһында дүртенсе урында тора, донъялағы алдынғы илдәрҙең береһе. Туристик йүнәлеш булараҡ ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
2021 йылдың 30 ноябрендә Барбадос идара итеү формаһын конституция монархияһынан парламент республикаһына алмаштыра, Милләттәр берләшмәһе (Содружество наций) ағзаһы булып ҡалыуын дауам итә.