Бермуд утрауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бермуд утрауҙары[2] (ингл. Bermuda [bərˈmjuːdə]) — Бөйөк Британияның сит ил территорияһы, Атлантик океандың төньяҡ-көнбайышындағы Мәрйен утрауҙары төркөмөндә, Төньяҡ Американан 900 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
| |||||
Гимн: «Боже, храни Королеву» | |||||
Рәсми телдәр | инглизсә[1] | ||||
Баш ҡала | Гамильтон | ||||
Эре ҡалалар | Гамильтон | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре[2] | ||||
Королева
Губернатор Премьер-министр | Елизавета II
Дэвид Аркли Эварт Браун | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 224 53,2 км² 26% | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы | 71 750[3] чел. (202) 1275 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе |
[4] долл. | ||||
Валюта | Бермуд доллары (с февраль 1970) (BMD,код 60) | ||||
Интернет-домен | .bm | ||||
Код ISO | BM | ||||
МОК коды | BER | ||||
Телефон коды | +1-441 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -4 |
Бермуд составына 181 утрау һәм риф инә, уларҙың 20-гә яҡынында кеше йәшәй, ә 10-ы күперҙәр һәм юл үткәргестәр менән тоташтырылған һәм Мейн-Айленд утрауын барлыҡҡа килтерә.
Утрауҙар диңгеҙ юлдары киҫелешендә урынлашҡан.
Майҙаны 54 км². Халҡы 71 750 кеше тәшкил итә (2020).
Халыҡтың күпселеге — ҡара тәнлеләр (53,8 %) һәм мулаттар (7,5 %), Африка ҡолдары вариҫтары, 31 % — Европа һәм Төньяҡ Американан килеүселәр, 7,7 % — азиаттар һәм индеецтар[3].
Административ бүленеше: туғыҙ район һәм ике муниципаль берәмек. Баш ҡалаһы һәм төп порты — Гамильтон ҡалаһы.
Тышҡы сәйәсәт, оборона, полиция менән Британия губернаторы етәкселек итә. Ил эсендәге тормошто көйләү менән урындағы ике палаталы парламент шөғөлләнә. Башҡарма власть башлығы — премьер-министр.