Бөйөк Владимир кенәзлеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Владимир кенәзлеге 1157 йылға тиклем Суздаль кенәзлеге — хәҙерге заманда Рәсәй дәүләтенең үҙәге булған XII—XIV быуаттағы рус кенәзлеге. Тар мәғәнәлә — Владимирҙың бөйөк кенәзе ҡулы аҫтында булған биләмә, киң мәғәнәлә — Владимир кенәзлегенән айырылып сыҡҡан һәм Владимир кенәзенә буйһонған территория.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми тел ...
Бөйөк Владимир кенәзлеге | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1125 |
---|---|
Рәсми тел | Боронғо рус теле һәм сиркәү-славян теле[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Бөйөк Владимир кенәзлеге |
Административ үҙәк | Ростов[d], Суздаль[d] һәм Владимир |
Идара итеү формаһы | феодальная монархия[d] һәм монархия |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1389 |
Рәсми дине | православие дине |
Бөйөк Владимир кенәзлеге Викимилектә |
Ябырға
XIII быуат уртаһынан Владимирҙың (артабан — Мәскәү) бөйөк кенәздәре сюзеренитетын шулай уҡ Новгород[1] һәм, ҙур булмаған тәнәфестән һуң, Псков республикалары ла таный[2]. Барлыҡ рус кенәздәре араһында Владимирҙың бөйөк кенәздәре иң төп кенәздәр тип иҫәпләнгән[3].
Бөйөк Владимир кенәзлегенең дөйөм территорияһын һәм унан бүленеп сыҡҡан кенәзлектәрҙе тарихта дөйөм Төньяҡ-Көнсығыш Русь тип атайҙар[4].