Генрих Гейне
немец шағиры, публицист һәм тәнҡитсе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Генрих Гейне, Христиа́н Иога́нн Ге́нрих Ге́йне (нем. Christian Johann Heinrich Heine, әйтелеше Кри́стиан Ёхан Ха́йнрихь Ха́йнэ; 13 декабрь 1797 йыл — 17 февраль 1856 йыл) — немец шағиры, публицист һәм тәнҡитсе[1][2][3][4].
Генрих Гейне | |
нем. Heinrich Heine | |
Исеме: |
Христиан Иоганн |
---|---|
Тыуған көнө: |
13 декабрь 1797({{padleft:1797|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) |
Тыуған урыны: |
Дюссельдорф ҡалаһы, Германия |
Вафат булған көнө: |
17 февраль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (58 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, публицист һәм тәнҡитсе. |
Ижад йылдары: |
1820 — 1851 |
Йүнәлеше: |
лирика |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
Йырҙар китабы (русса Книга песен, немецсә Buch der Lieder), 1827 |
Ҡултамғаһы: | |
Гейне бер үк ваҡытта «романтик дәүер»ҙең һуңғы шағиры һәм уның башлығы булып һанала. Һөйләү телен лирикала әүҙем ҡулланып, ул фельетон һәм юл яҙмаларын әҙәбилек формаһына тиклем күтәрә һәм нимес теленә бығаса таныш булмаған күркәм (элегантлы) еңеллек индерә. Әҙиптең әҫәрҙәренә Франц Шуберт, Роберт Шуман, Рихард Вагнер, Иоганн Брамс, Пётр Ильич Чайковский кеүек билдәле һәм башҡа күп композиторҙар йырҙар яҙған.