Гиза пирамидалары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гизала пирамидалар комплексы — хәҙерге Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирә биҫтәһендәге Гиза яйлаһында урынлашҡан боронғо ҡомартҡылар комплексы. Нил йылғаһындағы иҫке Гиза ҡалаһынан Ливия сүллеге үҙәге йүнәлешенә ҡарай 8 км алыҫтараҡ, Ҡаһирә үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай яҡынса 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡоролмалар Боронғо Мысырҙа боронғо IV—VI династияһы хакимлыҡ иткән дәүерҙә төҙөлгән тип иҫәпләнә (беҙҙең эраға тиклем XXVI—XXIII быуаттар).
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Гиза пирамидалары | |
Дәүләт | Мысыр |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Эль-Гиза[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 27 метр |
Ил |
Боронғо Мысыр Мысыр |
Коллекцияләре | Гиза пирамидалары |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Майҙаны | 16 359 гектар |
Гиза пирамидалары Викимилектә |
Ябырға
Хеопс (Хуфу) пирамидаһы донъяның ете мөғжизәһенең берҙән-бер ҡалған ҡомартҡыһы. Шулай уҡ Мысырҙың милли байлығы булып тора.