Гуанчжоу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гуанчжо́у (ҡытайса 广州, пиньинь телендә: Guǎngzhōu, элек Канто́н[2] исеме менән билдәле булған) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының субпровинциаль әһәмиәттәге ҡалаһы, Гуандун провинцияһының административ үҙәге, барлыҡ көньяҡ Ҡытайҙың сәйәси, сәнәғәт, фәнни-техник, мәғариф, мәҙәни һәм транспорт үҙәге. 13 миллиондан күберәк халҡы менән Шанхай, Пекин һәм Тяньцзиндан һуң илдең дүртенсе ҡалаһы булып иҫәпләнә. Ҡоро ерҙәге майҙаны 7434,4 км², диңгеҙҙәгеһе 744 км². Эске тулайым продукт 411 млрд. юань, кеше иҫәбенә 47 053 юань тура килә.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Статус ...
Ҡала | |
Гуанчжоу ҡытайса 广州, пиньинь теле: Guǎngzhōu | |
Ил |
ҠытайҠытай |
---|---|
Статус |
субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала |
Провинция |
Гуандун |
Координаталар | |
ҠКП ҡала комитеты секретары / Мэр |
Чжу Сяодань / Чжан Гуаннин |
Майҙаны |
7434,4 км² |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
11 м |
Халҡы | |
Тығыҙлығы |
1883 кеше/км² |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+8 |
Телефон коды | 20 |
Почта индексы |
510000 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт | |
Ябырға