Дан ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дан ордены — CCCР-ҙың хәрби ордены, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 ноябрендәге «I, II һәм III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. Орден менән Ҡыҙыл Армияһының старшиналары һәм сержанттары, рядовой составы хәрбиҙәре, ә авиацияла — шулай уҡ кесе лейтенант званиеһындағы хәрбиҙәр бүләкләнә. Орден шәхси ҡаҙаныштар өсөн генә тапшырылған, хәрби частар һәм берләшмәләргә ул бирелмәгән.
Дан ордены | |||
I дәрәжә | |||
---|---|---|---|
| |||
II дәрәжә | |||
| |||
III дәрәжә | |||
| |||
Ил | |||
Награда төрө |
орден | ||
Статус |
бирелмәй | ||
Статистика | |||
Параметрҙара |
Диаметр 46 мм | ||
Раҫланған ваҡыты | |||
Беренсе бүләкләү | |||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
более 1 млн | ||
Сиратлылыҡ | |||
Өлкәнерәк награда | |||
Кесерәк награда |
I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены | ||
[[commons:Category: Order of Glory Викимилектә|Дан ордены]] Викимилектә |
Дан ордены үҙенең статуты һәм таҫма төҫө буйынса тулыһынса тиерлек революцияға тиклемге Рәсәй империяһының иң хөрмәтле наградаһын — Георгий тәреһен — ҡабатлай.
Георгий тәреһенән айырмалы рәүештә Дан орденының өс дәрәжәһе була, уларҙың иң юғарыһы — I дәрәжә — алтын, ә II һәм III дәрәжә — көмөш (икенсе дәрәжә билдәһенең медальоны алтын менән ялатылған). Орден статутына ярашлы, бүләкләү ҡәтғи тәртиптә түбәнге дәрәжәнән башлап юғарғыһына табай үткәрелергә тейеш.
Бөйөк Ватан һуғышы алыштарындағы айырыуса ҡаһарманлыҡтары һәм башҡа хәрби конфликттарҙағы батырлыҡтары өсөн миллионға яҡын III дәрәжә Дан ордены, 46 меңдән ашыу — II дәрәжә һәм 2678 — I дәрәжә орденд тапшырылған. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Дан орденының тулы кавалерҙары 2671 кеше иҫәпләнә, улар араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ. 7 кеше I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән, әммә тулы кавалер булып һаналмаған.
Тулы орден кавалерҙары — штурмлау авиация полкы летчигы Иван Григорьевич Драченко, диңгеҙ пехотасыһы Павел Христофорович Дубинда һәм артиллеристар Кузнецов Николай Иванович, Алешин Андрей Васильевич шулай уҡ һуғыш йылдарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
1945 йылдың 14 ғинуарында Висла-Одер операцияһы барышында Висла йылғаһының һул яҡ ярында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн 77-се гвардия Лени, Суворов һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Чернигов уҡсылар дивизияһының 215-се Ҡыҙыл Байраҡ орденлы полкы 1-се батальонының бөтә рядовойҙары, сержанттары һәм старшиналары Дан ордены менән бүләкләнә, әлеге батальондың рота командирҙары — Ҡыҙыл Байраҡ орденына, взвод командирҙары — Александр Невский орденына, батальон командиры Б. Н. Емельянов һәм взвод командиры Гурьев Михаил Николаевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, был — бер алыш өсөн бөтә яугирҙар Дан орденын алған берҙән-бер берләшмә була. 1-се уҡсылар батальоны яугирҙарының күмәк батырлығы өсөн 69-сы армияның Хәрби Советы уға почетлы «Дан батальоны» исемен бирә[1].