Зигмунд Фрейд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зи́гмунд Фрейд (нем. Sigmund Freud, МФА (нем.): [ˈziːkmʊnt ˈfʁɔʏt]; тулы исеме Сигизмунд Шломо Фрейд , нем. Sigismund Schlomo Freud; 6 май 1856 йыл, Фрайберг, Австрия империяһы — 23 сентябрь 1939 йыл, Лондон) — Австрия психологы, психиатр һәм невролог.
Зигмунд Фрейд | |
Sigismund Schlomo Freud | |
| |
Тыуған көнө |
6 май 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Фрайберг, Австрия империяһы |
Вафат көнө |
23 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил |
Австро-Венгрия, Австрия |
Ғилми даирәһе |
Психиатрия, неврология, психоанализ |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
Медицина докторы |
Ғилми исеме |
Профессор |
Ниндәй өлкәлә танылған |
психоанализға нигеҙ һалыусы |
Награда һәм премиялары |
Премия Гёте (1930 й.) |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Зигмунд Фрейд психоанализға нигеҙ һалыусы тип һанала, ул XX быуатта [1][2]. психологияға, медицинаға, социологияға, антропологияға, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һиҙелерлек йоғонто яһаған Уның теориялары менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә һис кәмемәй[2][3][4].
Фрейд ҡаҙаныштарынан иң мөһимдәре — психиканың өс компонентлы моделдән тороуын асыу, шәхестең психосексуаль үҫешендә специфик фазаларҙы билдәләү, эдип комплексы теорияһын булдырыу, психикала һаҡлағыс механизмдар булыуын табыу, «аңһыҙҙан» төшөнсәһен психика менән бәйләү, трансфер һәм контр-трансферҙы асыу, ирекле ассоциациялар ысулын һәм төш юрауҙы{/9 } терапевтик методикаларҙа ҡулланыу.
Фрейдтың психологияға йоғонтоһо бәхәсһеҙ булһа ла, күп тикшеренеүселәр уның хеҙмәттәрен аҡыллы алдаҡсылыҡ тип һанай[5].
Үҙ ғүмерендә Фрейд бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙған — тулы йыйынтығы 24 том тәшкил итә[6]. Медицина докторы, профессор, Кларк университетының хоҡуҡ буйынса почётлы докторы, членом Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы, Гёте премияһын алған, Француз психоаналитик йәмғиәтенең и Британия психологик йәмғиәтенең [7][8][9], Америка психоаналитика ассоциацияһының почётлы ағзаһы.