Зороастризм
Заратуштра пәйғәмбәрҙең асылыуынан барлыҡҡа килгән иң боронғо диндәрҙең береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Зороастри́зм (авест.vahvī- daēnā- māzdayasna — «Зирәктең изге иманын хөрмәтләү», фарсы телендә «بهدین» — behdin, «Изге иман») — иң боронғо диндәрҙең береһе[1], Спитама Заратустра пәйғәмбәрҙең Яңылыҡ асыуынан баш алған (фарс. زرتشت, «Зартошт»; боронғо грек телендә — Ζωροάστρης, «Зороа́стрэс»), — был тәғлимәтте уға Аһура Мазда Хоҙай бүләк иткән[2]. Заратустра тәғлимәте нигеҙендә — кеше изге уй, изге һүҙҙәр һәм яҡшы эштәрҙе әхлаҡи торошонан сығып һайлау азатлығына эйә. Боронғо замандарҙа һәм иртә урта быуаттарҙа зороастризм күпселеген Ҙур Фарсыстан территорияһында таралған булған.
Зороастризм үҙ эсенә монотеистик һыҙаттар менән бергә дуалистик һыҙаттарҙы ла алған[3].
Хәҙерге осорҙа зороастризм нигеҙҙә ислам дине тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған, Иранда һәм Һиндостанда кескәй общиналар һаҡланған, көнбайыш илдәрендә һәм СССР тарҡалғандан һуң үҙаллылыҡ алған илдәрҙә (күпселеген Тажикстанда һәм Әзербайжанда) тарафдарҙары бар[4].
Башҡортостан ғалимы, тарихсы һәм телсе С. А. Ғәлләмов зороастризм диненә нигеҙ һалыусы Заратустра ҡасандыр башҡорт ерендә, Уралда, йәшәгән булырға тейеш, тип иҫәпләй. Шүлгәнташ мәмерйәһе лә утҡа табыныусыларҙың ғибәҙәтханаһы урынын үтәгән тигән фараз ҡора. «Авеста» һәм «Урал батыр» эпостарында параллелдәр булыуын иҫбатлаған[5].
Был фараз, башҡорт ата-бабаларыбыҙҙың боронғолоғо, яҙыусыларҙы яңы әҫәрҙәр яҙыуға рухландырҙы. Мәҫәлән, яҙыусы Ғәлим Хисамов «Аһура Мазда» исемле роман ижад итте[6]