Ике өлөшлөләр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ике өлөшлөләр (лат. Dicotylédones), йәки Магнолиопси́дтар (лат. Magnoliópsida)—орлоҡ бәбәктәрендә ике орлоҡ өлөшө булған сәскәле үҫемлектәр класы. Мәҫәлән: имән, алмағас, кишер, астра, ҡаба, көнбағыш, әсе борсаҡ, мәк һ.б.
Ике өлөшлөлөр | |||||||||||
Магнолияның сәскәһе(Magnolia grandiflora) | |||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||
Magnoliopsida Brongn., 1843 | |||||||||||
Порядок һәм семьялар | |||||||||||
|
Сәскәле үҫемлектәрҙе ике класҡа — ике өлөшлөләр класына һәм бер өлөшлөләр класына берләштерәләр.
Үҫемлектең теге йәки был класҡа инеүен уларҙың бәбәгендәге орлоҡ өлөштәренең һанына, япраҡтарының һеңерсәләнеүенә, орлоҡтан үҫкән йәш үҫемлектең тамыр системаһына һәм башҡа сифаттарына ҡарап билдәләйҙәр.
Әгәр үҫемлектең ике орлоҡ өлөшлө бәбәге булһа, уны ике өлөшлөләр класына индерәләр. Мәҫәлән, фасоль бәбәге ике орлоҡ өлөшлө; уға ярашлы япраҡтарының һеңерсәләре селтәр һымаҡ, тамыр системаһы — үҙәк тамыр.
Ике өлөшлөләр класына япраҡлы ағастар һәм ҡыуаҡтарҙың, йәшелсә һәм ҡайһы бер баҫыу культураларының бөтәһе лә тиерлек, декоратив үлән үҫемлектәренең һәм ҡырағай үҫемлектәрҙең күптәре инә.
Әгәр үҫемлек бәбәге бер орлоҡ өлөшлө, япраҡ һеңерсәләре параллель йәки дуға һымаҡ һәм тамыр системаһы суҡ тамыр булһа, уны бер өлөшлө үҫемлектәр класына индерәләр. Бер өлөшлө үҫемлектәргә бөтә культуралы һәм ҡырағай үҫә торған ҡыяҡлылар, күрәндәр, ләлә сәскәлеләр инә.
Ләкин бер генә билдәһенә ҡарап, үҫемлектең ҡайһы класҡа инеүен билдәләү һәр ваҡытта ла мөмкин булмай.
Урманда үҫә торған ҡарға күҙе үҫемлеге япрағының һеңерсәләре селтәр һымаҡ, ләкин бәбәге бер орлоҡ өлөшлө. Ҡарға күҙен бер өлөшлө үҫемлектәргә индерәләр.
Ә юл япрағының һеңерсәләре дуға һымаҡ, тамыр системаһы суҡ тамыр, ләкин уны ике өлөшлө үҫемлектәргә индерәләр, сөнки уның бәбәге ике орлоҡ өлөшлө.
Бөтә сәскәле үҫемлектәр (бер өлөшлөләр һәм ике өлөшлөләр) Сәскәле үҫемлектәр, йәғни Ябыҡ орлоҡлолар, бүлеген төҙөй.
Бөтә бүлектәр Үҫемлектәр батшалығына берләшә. Үҫемлектәр батшалығында 350 000 самаһы төр иҫәпләнә. •