Индуизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Индуи́зм — Һинд диндәренең иң таралғаны, йыш ҡына дини традицияларҙың йыйылмаһы[1] һәм Һиндостан субконтинентында барлыҡҡа килгән фәлсәфә мәктәбе тип атайҙар. Санскриттә индуизмдың тарихи исеме — сана́тана-дха́рма (санскр. सनातन धर्म, sanātana dharma IAST), «мәңгелек дин», «мәңгелек юл» йәки «мәңгелек ҡанун» тигәнде аңлата[2].
Тарихы · Пантеон |
---|
Йүнәлештәре
Шактизм · Шиваизм · |
Индуизм фәлсәфәһе
Дхарма · Артха · Кама |
Индус изге яҙмалары
Веды · Упанишады |
Туғандаш темалар
Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша |
Портал «Индуизм» |
Большая советская энциклопедия биргән мәғлүмәт буйынса «Һиндостан Конституцияһы» буддизм, джайнизм һәм сикхизм индуизмдың өлөштәре булып тора тип иҫәпләй, әммә фәнни әҙәбиәттә уларҙы айырым дин тип иҫәпләйҙәр [3].
Индуизм тамарҙары менән Ведий цивилизацияһына барып тоташа [4], шуға күрә боронғо дин тип иҫәпләйҙәр [5][6][7][8]. Ибраһими диндәрҙән айырмалы буларҡ, индуизмды нигеҙләүсе, дөйөм табыныу системаһы һәм дөйөм доктрина юҡ [9].
Индуизм монотеизм, политеизм, панентеизм, пантеизм, монизм һәм хатта атеизмға нигеҙләнгән төрлө дини традициялар, фәлсәфәүи системалар һәм дини ҡараштарҙы берләштерә. Дхарма, карма, сансара, мокша һәм йога индуизмдың ғәҙәттәге күренештәре булып тора[10].
Индуизмда бик күп изге яҙмалар бар, улар ике категорияға бүленә: шрути һәм смрити. Веды, Упанишады, Пураны, «Рамаяна», «Махабхарата», «Бхагавад-гита» һәм Агамы индуизмдың иң мөһим дини яҙмалары.
Индуизм — христианлыҡ һәм исламдан һуң ышаныусылар һаны буйынса сөнсө дин булып тора. Индуизм диненә 1 млрд кеше ышана, уларҙың 950 млн Һиндостан һәм Непалда йәшәй[11]. Индуизмға ышанған башҡа кешәләр Бангладеш, Шри-Ланка, Пакистан, [Индонезия]], Малайзия, Сингапур, Маврикий, Фиджи, Суринам, Гайана, Тринидад и Тобаго, Бөйөк Британия, Канада һәм АҠШта йәшәй.
XX быуаттың икенсе яртыһында индуизм Һиндостандың милли сиктәре аша бөтә донъяға тарала. Карма, йога һәм вегетарианлыҡ идеялары киң тарала һәм ғәҙәти күренешкә әйләнә.
Индуизмдың ҡайһы бер ҡараштары һәм ғәмәлдәре тәнҡитләнә. Иң күп ғәйепләнгәндәре – тол ҡалаған ҡатындарҙың үҙ-үҙҙәрен яндырыу ритуалы Сати, шәхесте ниндәй кастала булыуына ҡарап айырған Варны ғәмәле.