Йыл
ваҡытты үлсәү берәмеге, тарихи күпселек мәҙәниәттәрҙә миҙгелдәр алмашыныуының бер тапҡыр ҡабатлана торған (яҙ, йәй, көҙ, ҡыш) циклы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йыл — ваҡытты үлсәү берәмеге, тарихи күпселек мәҙәниәттәрҙә миҙгелдәр алмашыныуының бер тапҡыр ҡабатлана торған (яҙ, йәй, көҙ, ҡыш) циклы. Күпселек илдәрҙә йылдың календарь оҙайлылығы Ерҙең Ҡояш тирәләй бер тапҡыр әйләнеп сығыуына тиң, яҡынса 365,242199 тәүлеккә тура килә. Хәҙерге ваҡытта йыл шулай уҡ планетар системаларҙа йондоҙҙарҙың планеталар тирәләй, атап әйткәндә, Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүен ваҡытлыса ҡылыҡһырлау сифатында ҡулланыла.[1].