Классик механика
механиканың Ньютон закондарына һәм Галилейҙың сағыштырмалыҡ принцибына нигеҙләнгән төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Классик механика — механиканың (физика бүлеге; арауыҡта есемдәр торошоноң күпмелер ваҡыт эсендә үҙгәреүе һәм уның сәбәптәре закондарын өйрәнә) Ньютон закондарына һәм Галилейҙың сағыштырмалыҡ принцибына нигеҙләнгән төрө. Шунлыҡтан уны «ньютон механикаһы» тип тә йөрөтәләр.
Классик механика | ||||||||
Ньютондың икенсе законы | ||||||||
Тарихы… | ||||||||
| ||||||||
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Портал:Физика |
Классик механика түбәндәге бүлектәрҙән тора:
- статика (есемдәрҙең тигеҙләнеш хәлен ҡарай);
- кинематика (хәрәкәттең геометрик үҙенсәлеген уның сәбәптәренән тыш ҡарай);
- динамика (есемдәр хәрәкәтен уларҙың сәбәптәренә бәйлелектә ҡарай).
Классик механиканы формаль математик тасуирлау ысулдары бер нисә:
- Ньютон закондары
- Лагранж формализмы
- Гамильтон формализмы
- Гамильтон — Якоби формализмы
XIX—XX быуаттарҙа классик механиканы ҡулланыуҙың сиктәре табыла. Асыҡланыуынса, есемдәрҙең тиҙлеге яҡтылыҡ тиҙлегенән күпкә кәм, ә үлсәмдәре атомдар һәм молекулалар күләмдәренән байтаҡҡа артыҡ булһа һәм гравитацияның таралыу тиҙлеге сикһеҙ тип ҡарала алһа ғына, классик механика теүәл һөҙөмтәләр бирә. Ирекле тиҙлек менән хәрәкәт итеүсе есемдәргә ҡарата классик механиканы дөйөмләштереүсе булып релятивистик механика сығыш яһай; үлсәмдәре менән атомдарға тиң есемдәрҙе квант механикаһы өйрәнә; кванттарҙың релятивистик эффекттарын ҡырҙың квант теорияһы тикшерә.
Яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килһә лә, классик механика әһәмиәтен юғалтмай, сөнки ул:
- Башҡа теорияларға ҡарағанда аңлау һәм файҙаланыу өсөн күпкә ябай.
- Киң диапазонда ысынбарлыҡты ярайһы уҡ яҡшы тасуирлай.
Классик механиканы физик объекттарҙың бик киң даирәһенең хәрәкәтен һүрәтләү өсөн файҙаланып була: ул макродонъяның ҡәҙимге объекттарына ла (мәҫәлән, өйөрсөк/юла йә бейсбол тубы), астрономик күләмдәге объекттарға ла (әйтәйек, планеталар һәм йондоҙҙар), бик күп микроскопик объекттарға ла ҡулай.